Һүрәттәге был мөләйем ҡыҙ – Илнара Ғәйбәтова. Ул Асҡын 2-се мәктәбенең VБ класында белем ала. Бик һәләтле, тырыш, отҡор ҡыҙ. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина етәкселегендә «Республикамды данлайым» иншалар конкурсында ҡатнашып, район турында беренсе урын яулай. Илнараның эшен республика күләмендә лә юғары баһалайҙар. Ул республика уҡыусылары араһында ла I урынға лайыҡ була.
Илнара бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә, мәктәптә үткән сараларҙа ла ҡатнашырға өлгөрә, уҡыуҙа ла һынатмай. «Бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшә. Күптән түгел мәктәптә үткән “Көҙгө бал”да ла Илнара еңеү яулай. Бөтә конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһап, ул “Мисс осень” исеменә лайыҡ була. Илнараның иң беренсе терәге, уға көс, дәрт, рух биреп тороусы – әсәһе Эльмера Зөлфәҡәр ҡыҙы. Конкурсҡа әҙерләнгәндә лә һәр төрлө ярҙам итеп, кейем тегеп, матур прическалар яһай. Ә инша яҙырға уға өләсәһе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы ярҙам итә. Үҙенең атаһы, Илнараның ҡарт олатаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделғаян Зекриә улы, уның данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында үткән яу юлы тураһында бай мәғлүмәт еткерә. Шулай берҙәм көс менән бик бай йөкмәткеле ижади эш килеп сыға. Бер ыңғай нәҫел ептәрен дә барлап, мәғлүмәттәрҙе яңырталар.