Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Октябрь 2019, 13:13

“Яҡташыбыҙ менән ғорурланам!”

Азалия Миңлеғәлиева күренекле яҡташыбыҙ Федор Кащеевтың күргәҙмәһенән бай тәьҫораттар алып ҡайта.

Солтанбәк ауылында тыуып үҫкән Азалия Миңлеғәлиева бөгөн баш ҡалабыҙҙа Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында белем ала. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан ҡыҙ музейҙарға йөрөргә ярата. 23 октябрҙә тәрбиәселәре Зөлфиә Хәлим ҡыҙы һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Гөлнара Ирек ҡыҙы етәкселегендә синыфташтары менән Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына күренекле яҡташыбыҙ, РСФСР ҙың атҡаҙанған (1991), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы Федор Александрович Кащеевтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан асылған күргәҙмәһен ҡарарға бара.

— Районыбыҙҙан бик күп күренекле кешеләр сығыуын, улар араһында Кащеевтың булыуын белә инем. Күргәҙмәлә сығыш яһаусының рәссам тураһында һөйләгәндә Федор Кащеев — Азалия Миңлеғәлиеваның райондашы, тигәс, мин бер башҡа үҫеп киткәндәй булдым. Ошо мәлдә миндәге ғорурлыҡ тойғоһон белһәгеҙ... Федор Александровичтың һәр картинаһын ентекләп ҡарап, хәтерҙә ҡалдырып, һоҡланып йөрөнөк күргәҙмәлә, — тип тәьҫораттары менән бүлеште 6 Б класында уҡыусы Азалия.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Федор Кащеевтың күргәҙмәһе 18 октябрҙә асылып, 10 ноябргә тиклем эшләйәсәк.

Наилә Имаева.


Теманы дауам итеп...


Кащеев Фёдор Александрович (6 декабрь 1934 йыл) — рәссам, Башҡортостанда һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР ҙың атҡаҙанған (1991), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1967).

Биографияһы

Фёдор Александрович Кащеев 1934 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ының Асҡын районы Асҡын ауылында тыуа. 1955 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай (педагогы Я. С. Хаст). Һуңыраҡ Фёдор Кащеев бер нисә йыл буйы тыуған училищеһында уҡыта.

СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1960). 60-сы йылдар аҙағында Рәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана, СССР Рәссамдар союзы идараһы ағзаһы була.

Рәссам эштәренең төп тупланмаһы Өфөлә Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында һаҡлана. Ҡайһы бер әҙәрҙәре — Петропавловск-Камчатский, Абакан, Красноярск һәм Ижевск музейҙарында[1].

Әлеге ваҡытта Фёдор Александрович Кащеев Өфөлә йәшәй һәм ижад итә.

Әҫәрҙәре тураһында

Кащеев ижады формалашҡан осорҙа уға рәссам А. Э. Тюлькиндың йоғонтоһо ҙур була. Кащеев портрет һәм композициялы картина жанрҙарында эшләй.

Ижадының төп темаһы — башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, уның тарихы һәм бөгөнгөһө. Үҙенсәлекле милли колорит менән һуғарылған әҫәрҙәре үткәндәр менән хәҙерге араһындағы өҙөлмәҫ бәйләнеш идеяһын аса. Портреттар галереяһын ижад иткән, уларҙа ижадының экспрессив-психологик йүнәлеше айырыуса көслө сағыла.

Әҫәрҙәре геройҙарының күпселеге — милли һыҙаттарының, тышҡы колоритының матурлығы һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған ауыл кешеләре.

Картиналарындағы төҫтәр һайланышы декоративлыҡ принциптарына ҡоролған, палитраһы төҫтәрҙең таҙалығы, әүҙемлеге һәм сағыулығы менән айырылып тора. Төп әҫәрҙәре: «Һауынсылар» (1964), «Бабай» (1965), «Башҡорт ҡымыҙы» (1966), «Бишек янында» (1968), «Иртә. Ғаилә» (1969), «Фәрхи апай» (1971), «Завод лабораторияһында иртә» (1974); «Быраулаусылар» (1974), «Башҡорт балы» (1977), «Колхозда бесән мәле» (1979), «Ҡымыҙлыҡ» (1994) — бөтәһе лә В. Нестеров исемендәге худажество музейында.

Төп эштәре араһында түбәндәгеләр бар: Әсә портреты (киндер, май), 1957. Комбайнер, (киндер, май), 1958. Ҡошсо Анисья (киндер, май), 1958. Келәмселәр (киндер, темпера), 1964. Һауынсылар (киндер, темпера), 1964. Бабай (киндер, май), 1965. Әсә портреты (киндер, темпера), 1967, Ғаилә (киндер, темпера), 1967. Башҡорт ҡымыҙы (киндер, май), 1966—1967. Ҡошсо (киндер, темпера), 1968. Бишек янында (киндер, темпера), 1969. Хат (киндер, темпера), 1969. Әхирәттәр (киндер, темпера), 1970. Завод лабораторияһында иртә (киндер, темпера), 1971—1973. Һалдат әсәһе (киндер, темпера), 1975. Тәүге бураҙна (киндер, темпера), 1977. Башҡорт балы (киндер, темпера), 1977. Монументаль эш, мозаика, Спорт һарайы, Өфө, 1969—1970 (А. А. Кузнецов, В. П. Пустарнаков, Л. Я. Круль, Р. С. Нафиҡов, С. А. Литвинов менән берлектә). Монументаль эш, Машина эшләүселәр һарайының экстерьерындағы һәм интерьерындағы мозаика, Өфө, 1970—1972 (шул уҡ бригада).

"Башҡорт ҡымыҙы" әҫәре

Федор Кащеевтың башҡорт көнкүрешен күҙәтеп, тупланған күҙәтеүҙәре, һөнәри оҫталығы өлгөрөп еткәс төшөрөлгән картинаһы - «Башҡорт ҡымыҙы» (1966). Был әҫәрендә ул тәүге тапҡыр башҡорт милли темаһына мөрәжәғәт итә.

Кащеев ҡабатланмаҫ башҡорт мөхите, ауыл кешеләре образын тыуҙырған. Төҫтәр ҙә ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә: башҡорт халыҡ зауығына хас ҡыҙыл, һары, аҡ, ҡара, зәңгәр, йәшел, һандал төҫтәр ҡулланыла.

Гәрәбәләй алтынһыу аласыҡ ҡабырғаһы ерлегендә көндәлек тормош өсөн көтөлмәгәнсә тантаналы булып оло йәштәге һәм йәш ҡатын һындары һүрәтләнә - уларҙың сағыу яулыҡтары, милли кейемдәре, ҡымыҙ бешкән бешкәк, көбө (гөбө), уға бер яҡтан ҡапланған ҡыҙыл башлы һөлгө - барыһы ла башҡорт көнкүрешенән. Ҡатындарҙың йөҙҙәре, ҡулдары бик һаҡлыҡ менән, нәзәкәтле итеп төшөрөлгән. Уларҙың араһында ыштанһыҙ бәләкәс малай, ҡаршыларында ҡымыҙлы туҫтаҡ тотоп ултырған түбәтәйле ҡарт; тыш яҡта ат ҡараусы һыны. Рәссам композицияны ла, төҫтәр ярашлы булыуын да, ваҡ һәм эре деталдәрҙе лә бик оҫта итеп һайлаған һәм камил бер бөтөнлөк тыуҙырған.

Ябай ғына күренеш - ҡымыҙ бешеү - рәссам тарафынан ҡобайырҙай әһаңлы итеп һүрәтләнгән, башҡорт халҡының йөҙ-ҡиәфәте, холоҡ-фиғеле, ҡабатланмаҫ милли һыҙаттары , халыҡтың үткәне менән бөгөнгөһө күсәгилешлеге, тарихы менән бәйләнеш асып һалынған.

Әҫәр Мәскәүҙә Октябрҙең 60 йыллығына арналған Бөтә Союз күргәҙмәләрендә күрһәтелә, тәүге тапҡыр башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, уның үҙенсәлекле этнографияһына ҡыҙыҡһыныу уята. Картина төрлө сит илдәр - (Болгария, Польша, Венгрия) экспозицияларында ла күрһәтелә. «Башҡорт ҡымыҙы» әҫәре өсөн Ф. Кащеевҡа СССР художество академияһы дипломы тапшырыла. 1968 йылда уға Башҡортостан ВЛКСМ Өлкә Комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы бирелә
Читайте нас: