Кисә Илеш районында өсөнсө тапҡыр “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм замана сәнғәте буйынса асыҡ күп жанрлы фестиваль башланғайны.
Уны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан мәҙәниәт министр урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләй.
Ике көн дауамында барған фестивалдә республиканың 23 районынан, бер ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән коллективтар ҡатнаша. Бында йәш айырмаһы юҡ – ижади төркөмдәрҙә ололар ҙа, балалар ҙа бар.
Ҡатнашыусылар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, ауылдар буйлап ижади осрашыуҙар ойошторалар.