Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Октябрь 2019, 12:45

Һүҙ ҡөҙрәтен белә ҡариҙелдәр

Ҡариҙел районы Яңы Бәрҙәш мәктәбе уҡытыусыһы Зилиә Ғиндуллина үҙенең уҡыусыһы Розалина Хөбөтдинова менән “Тере шишмәләр” республика тасуири уҡыу конкурсында ҡатнашып, “Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә.

Кисә Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Тере шишмәләр” республика тасуири уҡыу конкурсы үтте. Сарала ҡариҙелдәр ҙә ҡатнаша.

Был бәйгенең беренсе этабы дистанцион үтә. Ҡариҙелдәр Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөктө тасуири һөйләп, видеороликты жюри ҡарамағына ебәрә. Беренсе тур йомғаҡтары буйынса иң көслө ҡатнашыусылар Өфөгә “Тере шишмәләр” тасуири уҡыу конкурсына саҡырыла. Улар араһында Яңы Бәрҙәш мәктәбе уҡытыусыһы Зилиә Ғиндуллина менән 9-сы класс уҡыусыһы Розалина Хөбөтдинова ла бар. Бәйгелә ҡатнашып, улар “Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә.

Наилә Имаева.

Читайте нас: