Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Октябрь 2019, 12:25

Афарин, Гөлсөм!

Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Гөлсөм Ғәлимйәнова “Беҙҙең илдең йәме” республика иншалар конкурсында еңеү яулай! Һәләтле ҡыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлап “Беҙҙең илдең йәме” тигән иншалар конкурсы үткәрҙе. Ижади бәйгелә Иҫке Аҡбүләк мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Гөлсөм Ғәлимйәнова (уҡытыусыһы Т.Хәжиева) ла ҡатнаша. Телһөйәр ҡыҙ 5-11-се кластар араһында еңеү яулай. Гөлсөм Өфөлә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһына ла барып ҡайта. Сарала Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнаша. Әлфиә Мостафа ҡыҙы еңеүселәргә дипломдар тапшырып, артабан да уҡыуҙарында уңыштар теләй.

Наилә Имаева.


Читайте нас: