Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Октябрь 2019, 12:37

Аделина “Артек”та ял итеп ҡайтты

Асҡын 1-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Аделина Абдуллина “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеп ҡайтты. Тырыш ҡыҙға бындай мөмкинлек тик “бишле” билдәләренә генә уҡып, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм мини-футбол буйынса төбәк һәм республика ярыштарында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн бирелде. Аделинаның илдең иң яҡшы лагерында нисек ял итеп, ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтыуын түбәндәге ссылка буйынса сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ!

– Мин 23 сентябрҙән 13 октябргә тиклем “Артек”та ял иттем. Әлбиттә, ундағы тәбиғәт беҙҙекенән айырыла.

Ҡырымға барып төшөү менән мине хайран иткәне сағыу ҡояш, тулҡынланып торған диңгеҙ, күккә олғашҡан кипаристар булды.

Беҙгә ике төрлө форма таратып бирҙеләр, берәүһе – көндәлек, икенсеһе – байрамдарҙа кейә торған. Башҡортостандан барыһы 15 бала инек. Унда барғас, беҙҙе отрядтарға бүлделәр. Мин “Янтарный” тигән диңгеҙ отрядына эләктем. Барлығы 25 кеше — 17 малай һәм 8 ҡыҙ булдыҡ. Төрлө республикаларҙан, төбәктәрҙән килгән балалар тиҙ арала дуҫлашып, аралаша башланыҡ. Чечня, Төньяҡ Осетия ҡыҙҙары менән бергә йәшәнек. “Артек” мәктәбенә дәрескә йөрөнөк. Ә төштән һуң төрлө саралар – уйындар, ярыштар ойошторолдо. Экскурсияларға йөрөнөк, иҫтәлекле һәм тарихи урындарҙа булдыҡ. 20 көн ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Гел аралашып торорға һүҙ бирешеп, телефон номерҙарыбыҙ менән алмашып, хушлашып.

“Артек” күңелемдә сағыу ҡояшлы, тарихҡа бай дуҫлыҡ утрайы булып һаҡланыр, — тип “Артек”тан алып ҡайтҡан бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты Аделина.
Читайте нас: