Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
10 Октябрь 2019, 08:41

Афарин, Юлай!

Ҡарткиҫәк мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Юлай Хәйруллин Мостай Кәримдең “Һаумы, тиҙәр гөлдәр” шиғырын яттан тасуири итеп һөйләп, II урынға лайыҡ була. Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән бихисап сараларҙың береһе – төбәк-ара “Мостай уҡыуҙары” конференцияһы.

12 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем ошо сараға материалдар туплау бара. Улар дүрт номинация буйынса йыйыла:
– “Уйҙарымдың йомғағы һин…” (Мостай Кәрим тураһында хәтирәләр);
– “Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…” шиғыр флешмобы;
– Мостай Кәримдең донъя картаһын булдырыу;
– “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” – Мостай Кәримдең ижады буйынса рэп йырсыларының сығыш яһауы.
“Мостай уҡыуҙары”нда Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Мустафина етәкселегендә балалар рэп йырлап, видеога төшөрөп, “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” номинацияһына ебәрә. IX класс уҡыусыһы Юлай Хәйруллин халыҡ шағирының “Һаумы, тиҙәр гөлдәр” шиғырын яттан тасуири итеп һөйләп, видео материалды “Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына…” шиғыр флешмобына ебәрә. Тырышлыҡтары бушҡа булмай, 600-гә яҡын ҡатнашыусы араһынан Юлай II урынға лайыҡ була.
“Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара конференцияһы еңеүселәрен бүләкләү “Торатау” конгресс-холында уҙа. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ла тәбрикләп, үҙенсәлекле бүләктәр тапшыра.
— Был саранан бай тәьҫораттар алып ҡайттым. “Торатау” конгресс-холын башлап күрҙем. Бик матур, мөһабәт бина. Еңеүселәрҙе бүләкләү ҙә тантаналы шарттарҙа үтте. Һәр сығыш матур, сағыу, күңелдәргә үтеп инерлек булды. “Тамыр”ҙың бәләкәй йырсылары ла Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин миңә Диплом һәм бүләк тапшырҙы. Саранан ҡанатланып, дәртләнеп ҡайттым. Мине Өфөгә алып барып йөрөтөп алып ҡайтҡан уҡытыусым Руфина Фәлғәт ҡыҙына рәхмәтлемен, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Юлай.
Дүрт һәм биш билдәләренә генә уҡыусы егет алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешеү өсөн бар көсөн һала. Әле “Ватан юлдары буйлап” конкурсына әҙерләнә. Үткән йыл ошо конкурста Юлай икенсе урын яулаған булған. Спортты үҙ иткән егет киләсәктә медицина өлкәһен һайларға теләй. Рухлы, телһөйәр егеттең хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас: