Бөрөлә тылсымлы ҡурай моңон тәүге тапҡыр ишеткәнгә лә байтаҡ йылдар үтте. Ләкин уның башҡарыусыһы менән яҡындан танышыу кисектерелә килде. Шул арала Рәил Ғизәтуллин Бөрө ҡалаһында ғына түгел, яҡын-тирә райондарҙа оҫта гармунсы, ҡурайсы, ҡумыҙсы булараҡ танылды.
Рәил Хәмит улы 1973 йылда Красный Холм ҡасабаһында тыуа. Мәктәптә уҡығанда уҡ музыка мәктәбенең баян класында белем ала. Төрлө концерттарҙа ҡатнашып, сәхнә серҙәренә төшөнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, йәш егет Бөрө дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Икенсе курстан уҡыу йортоноң Виталий Сәғәҙиев етәкләгән “Биряночка” бейеү ансамбленә йөрөй. Баянды ла ташламай. Ҡаланың Мәҙәниәт йортонда концерттар алып бара, оранжировкалар эшләй. Юғары уҡыу йортонда ул һөйгән йәре Диана менән таныша. Хәҙер инде бейеүгә икәүләп йөрөй башлайҙар, концерттар ҙа бергә үтә.
Ҡулдарына диплом алғандан һуң йәштәр егеттең тыуған яғына ҡайтып төпләнергә уйлай. Бер йыл Красный Холм мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләп тә өлгөрәләр. Ләкин Бөрөлә танылып өлгөргән Ғизәтуллиндар ғаиләһе ҡала хакимиәте етәксеһенең махсус саҡырыуы буйынса студент осоро үткән ҡалаға ҡабаттан әйләнеп ҡайта. Йәштәргә бер бүлмәле фатир ҙа бирәләр. Ҡала Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Насип Күсәев менән ул төҙөгән “Наир” эстрада ансамблендә бергә эшләү бәхете тейә Рәилгә. Күренекле артист менән Өфө, Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһауҙар, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу яҡты хәтирә булып һаҡланып ҡала. 2006 йылда Новосибирск һәм Мәскәү ҡалаларында үткән Бөтә донъя “Уйна, гармун” телепрограммаһының 20 йыллыҡ юбилейына бағышланған сараларҙа дипломдар менән бүләкләнә. VII Бөтә Рәсәй “Уйна, гармун” фестивалендә 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Яңауыл ҡалаһында үткән “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамында иһә ике йыл рәттән 1-се дәрәжә дипломға һәм Гран-приға лайыҡ була. Рәил Хәмит улы шулай уҡ Рәсәй гармунсыларының “алтын унлығы”на ла индерелгән.
Баянда, гармунда, синтезаторҙа оҫта уйнаусы Ғизәтуллин ҡалала тағы ла ҡурайсы һәм ҡумыҙсы булараҡ та таныла. Бөрө дәүләт социаль педагогия институтында ҡурайсылар ансамбле төҙөй, Балалар музыка мәктәбендә ҡурай дәрестәре алып бара. “Халыҡ ижады – Рәсәй профсоюздарына 100 йыл” Бөтә Рәсәй фестивалендә йәш ансамбль милли традицияларҙы һаҡлауы һәм оҫта башҡарыу сәнғәте өсөн диплом менән баһалана. Ҡайҙа уйнарға өйрәндегеҙ, тигән һорауға Рәил: “Өфөлә барған Тальян гармуны байрамында иптәш егетте осраттым. Ул ҡурайҙа уйнай, мин – тальянда. Икәү һөйләшеп киттек тә бер-беребеҙҙе үҙебеҙҙең инструментта уйнарға өйрәтергә булдыҡ. Тауыш сығарыу буйынса тәүге дәресте алып ҡайтҡас, ҡурай көпшәһе эҙләп таптым. Ҡурайҙы эшләргә атайым булышты. Әкренләп-әкренләп уйнарға өйрәндем”, – ти.
Хәҙер ҙә бер концерт та, бер генә сара ла Рәил Ғизәтуллинһыҙ үтмәй Бөрөлә. Ул баянда ла, тальянда ла, гармунда ла, ҡурайҙа ла, ҡумыҙҙа ла оҫта башҡарыусы булып танылған. Шулай уҡ плей-флейтала, дудукта, синтезаторҙа, гитарала уйнай. оранжировкалар эшләй, көйҙәр яҙа. “Беҙҙең ғаилә ансамблебеҙ бар. Өлкән ҡыҙыбыҙ Азалия вокалға йөрөнө, бейей, улыбыҙ Азамат ҡурайҙа уйнай. Бәләкәйебеҙ ныҡлап вокалда шөғөлләнергә уйлай. Һәр береһе спортты ла үҙ итә, – ти Рәил атайҙарса ғорурлыҡ менән. – Хәҙер инде Азалия Пермдә медицина университетының өсөнсө курсында уҡый, уҡыу йортоноң футбол командаһында уйнай. Азамат Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә, буш ваҡыт тапһа, спортты ла онотмай”.
Заман менән бергә атлаған Диана һәм Рәил Ғизәтуллиндарҙың тағы ла бер шөғөлө бар. Улар рус, татар һәм башҡорт телдәрендә төрлө саралар, туйҙар, юбилейҙар алып бара. Ғаилә байрамдарын күңелле итеп үткәрергә ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәй улар.