Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Сентябрь 2019, 13:40

Асҡындар бигерәк ярата Мишкәне!

Районыбыҙҙың танылған шағиры, бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллин Мишкәлә үтәсәк бөгөнгө сара уңайынан шиғыр яҙып та ҡуйған! Альфред Зәүҡәт улының ижад емешен сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ.

Әллә күрше булғанғамы,

Иш тартыла ишкәме?

Асҡындар бигерәк тә

Яраталар Мишкәне!

Һикһән саҡырым, нимә инде,

Йыраҡ түгел ара.

Арабыҙҙа бик аҙ ғына

Ҡариҙел ере ҡала.

Мишкәләр ҡунаҡсыл халыҡ

Ҡараштары ла йылы.

Беҙ ҙә барабыҙ ҡунаҡ булып

Быйыл — Театр йылы!

Бергә-бергә татыу йәшәйек,

Үлән баҫмаһын юлдарҙы.

Күстәнәскә алып килдек

“Әстәғәфирулланы”!

Наил ағай Ғәйетбайҙың

Бигерәк шәп әҫәрен.

Асып һалайыҡ был тормоштоң

Киҫкен мәсьәләләрен.

Сығыш һеҙгә оҡшар тигән

Хыял ысынға ашырмы?

Күтәрегеҙ пәрҙәләрҙе —

Башлайбыҙ тамашаны!


Альфред Хәжимуллин.
Читайте нас: