Унда районыбыҙҙың Ҡарткиҫәк ауылынан Азат Муллахмәтов етәкселегендә Вилдан Харисов менән Рәсүл Муллахмәтов та ҡатнашты.
— Беҙ “Мәргән уҡсы” һәм “Евразия Кубогы” өсөн ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Бик көслө һәм тәжрибәле уҡсылар килгәйне. Уларҙы күреп, аралашып, үҙебеҙгә бай тәжрибә һәм практик күнекмәләр алып дәртләнеп ҡайттыҡ, — ти Азат Фәнүз улы.
Ярыш бик ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районынан Рушан Хәсәнов – беренсе, Өфөнән Юлай Ғәлиуллин – икенсе, Өфөнән Денис Өмөтбаев – өсөнсө, ҡаҙаҡ ҡыҙы Әлиә Бекен дүртенсе урындарға лайыҡ булды. Иң яҡшы 12 уҡсы “Евразия Кубогы” өсөн бәйгелә көс һынашты.