Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Август 2019, 13:09

Бөрөнән Илсур студент булды

Бөрө ҡалаһының 8-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған Илсур Мортазин шатлыҡлы мәлдәр кисерә. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән Өфө дәүләт нефть техник университетының технология факультетына биотехнология йүнәлеше буйынса уҡырға ингән.

Маҡсатлы егет мәктәптә уҡығанда уҡ биология, химия, математика менән бер рәттән башҡа фәндәрҙе лә яратып өйрәнә. Тарих буйынса район һәм ҡала кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа ҡатнаша.


Ул бер нисә тапҡыр «Балалар күҙлегенән экология» тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла үҙенең проект эше менән сығыш яһаған. Теория практика менән бәйләнештә генә тейешле һөҙөмтә бирә. Шуға күрә йәйге каникул мәлдәрендә көн дә иртән ҡаланың «Берендей» дендропаркына йөрөй. Йәш эколог Ольга Сергеевна Волочкова етәкселегендә тәжрибәләр үткәрә: йәшелсә-емештәр үҫтереү серҙәренә төшөнә. Асыҡ һауаға һәм йылытылған урынға ултыртылған үҫентеләрҙең өлгөрөү үҙенсәлеген күҙәтеп, ғилми эш башҡарған.


Бына шулай Советтар Союзы Геройы тоҡомон дауам итеүсе Илсур Мортазин, ата-әсәһен һынатмай, ҙур маҡсаттар менән оло тормош юлына аяҡ баҫҡан. Киләсәктә уға уңыштар, яңы үрҙәр теләйек!
Читайте нас: