Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Август 2019, 14:28

Солтанбәктәр өмәгә сыҡты

#Айыҡауыл2019 #Трезвоесело2019 #Асҡын районы #Аскинский район“Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана!” тигән девиз аҫтында солтанбәктәр ауыл территорияһын сүп-сарҙан таҙартты.

“Күмәк эш оло быуын вәкилдәренең ҡанына һеңгән, хәҙер ошо матур ғәҙәтте йәш быуынға тапшырыу, уларҙы өмәләргә йәлеп итеү мотлаҡ. Сөнки кеше үҙе таҙартыу, йыйыштырыу эшендә ҡатнашҡанда тәртипте һаҡларға, сүпләмәҫкә тырыша”, — ти йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы Рәзилә Манапова. — Яҙ көнө лә өмәләргә әүҙем сыҡтыҡ. Был юлы ла күрше-тирәләр менән йыйылышып, буш торған йорт яндарындағы, урам ситтәрендәге сүп үләндәрен саптыҡ. Күмәкләп эшләгәс, эш ырамлы барҙы. Тирә-яҡ таҙарып, матурланып ҡалды.
Өмәлә ауыл халҡы, ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, урындағы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатанаша.
— Беҙ, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл Советы хакимиәте коллективы менән ауылға ингән ерҙә стела тирәһен сүп-сарҙан таҙарттыҡ, үләнде саптыҡ, — ти мәҙәниәт йорто методисы Ралиф Муллаянов. — Рәүзәт Хафизйәнов техника менән сығып, сүпте йыйып илтеп түкте. Кемдер яр буйҙарындағы сүп үләндәрен сапты. Ҡыҫҡаһы, өмә һөҙөмтәле үтте. Киләһе өмәгә халыҡ тағы ла әүҙемерәк сығыр, тип ышаныс белдерәбеҙ.
Урындағы етәкселек белдереүенсә, бындай өмәләр артабан да үткәреләсәк. Йәшәгән еренең таҙалығына битараф булмағандарҙы санитар-таҙартыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашырға саҡыралар.”Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана!” – тине бер тауыштан өмәлә ҡатнашыусылар.
Афарин, солтанбәктәр!
Читайте нас: