Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
2 Август 2019, 13:38

Мишкә районынан Резеда Шәрифйәнова ихласлығы, һөнәри оҫталығы менән һоҡландыра

Төрлө милләт балаларына башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтеү кеүек изге лә, яуаплы ла бурысты иңенә алып, уны намыҫ менән башҡарған, халҡы, теле өсөн янып йәшәгән уҡытыусы ул Резеда Ростов ҡыҙы.

Резеда Ростов ҡыҙы Мишкә районы Сабыҡ мәктәбендә ун йылдан артыҡ башҡорт телен уҡыта. Уҡыусыларҙың телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн традицион булмаған дәрестәр үткәрә. Яңы инновацион технологияларҙы үҙләштереп, уларҙы дәрестәрҙә әүҙем ҡуллана. Тырышлығының һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй: уҡыусылары дәрестәрҙә башҡортса һөйләмде тыңларға, аңларға өйрәнде, олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәләргә иреште. Ижади эшләүсе уҡытыусы үҙе лә төрлө конкурстарҙа, кәңәшмәләрҙә үҙ эшен күрһәтеп тора. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019» республика конкурсында ҡатнашып, ҙур уңыштарға иреште.


Зинфира Нәбиуллина.

Сурай ауылы.


Хөрмәтле гәзит укыусыларыбыҙ, Резеда Ростов ҡыҙы тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 9 августа сығасаҡ 15-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: