— Мин Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Ирәмәл, Торатау тауҙарына мендем. Йөрәккүл, Нөгөш йылғаларында йөҙҙөм, Шүлгәнташ мәмерйәһен күрҙем. Болоттарға тейеп торған тау башына менеп, тирә-яҡҡа күҙ һалһаң, ундағы матурлыҡты күреп иҫең китер!!! Бына шунда үҙеңә күпме көс, дәрт алаһың, яңынан-яңы үрҙәргә ҡанатланаһың, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Илзидә.