Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Август 2019, 13:34

Асҡын ҡыҙы ҡыҙыл диплом алды

Имтихандарҙан, сессияларҙан азат булыу, оло тормошҡа аяҡ баҫыу, эшкә урынлашыуҙар, тәүге эш хаҡы – былар барыһы ла кисә генә диплом алып сығыусылар өсөн мөһим мәл. Биш йыл буйына белем алған университетыбыҙға, беҙҙең өсөн янып-көйөп торған уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Улар беҙҙе I курстан алып V курсҡа тиклем үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алып, аҡыллы кәңәштәрен биреп, дөрөҫ юлдан барырға өйрәтте.


БДУ-ның Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт- ара коммуникациялар факультетының башҡорт-инглиз бүлегендә уҡыусылар беренсе курстан алып үҙҙәрен тырыш, әүҙем, ыңғай яҡтары менән генә танытты, төрлө сараларҙа ҡатнашып, университетыбыҙҙың данын күтәрҙе. Уҡыуҙа ла һынатманыҡ, барыһы ла ҡулдарына диплом алды.

Арабыҙҙан һылыу ҡыҙ Зөһрә Ғәлиева уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы. Асҡын районы Баҙансат ауылында тыуып үҫкән әхирәтебеҙ. 2014 йылда Ҡышлауйылға урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған. Беҙҙең менән уҡығанда ихтыярлы, яуаплы, тырыш, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер итеп күрһәтте ул үҙен.

“Студент йылдарым күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Был йылдар тик матур хәтирәләр менән генә күңелгә уйылды. Пермь крайында, Ҡурған өлкәһендә үткән фольклор экспедицияларында ҡатнашыу, төбәк башҡорттарының йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙып алыу, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, уҡыу йортобоҙҙа үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан уҡыуымды дауам итергә, алған һөнәрем буйынса эшкә урынлашырға теләйем”, – ти Зөһрә.

Төркөмдәштәренә өлгө күрһәтерҙәй ҡыҙ үҫтергәндәре өсөн атаһы Винер Зиннәтулла улы һәм әсәһе Мәүжидә Әлхәм ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ә маҡсатлы әхирәтебеҙгә алдағы тормошоңда уңыштар теләйбеҙ!
Айгөл Абдрахманова.
Читайте нас: