Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Июль 2019, 11:55

Балтас районыннан Әлфиә Вәлиуллина ҡыҙыл дипломлы тау инженеры булды

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең 75-се сығарылыш уҡыу алдынғылары юғары уҡыу йорттарын ҡыҙыл дипломдар менән тамамланы. Улар араһында Яңы Ямурҙа ауылы ҡыҙы Әлфиә Вәлиуллина ла бар.

Әлфиә — тыйнаҡ, сабыр, уңған, кесе йәштән тәртибе һәм тырышлығы, фәнгә, белемгә ынтылыуы, уҡыуға һәләте менән айырылып тора. Ошо сифаттары уға Иҫке Балтас 1–се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамларға ярҙам итә. Ә бөгөн иһә Әлфиә ҡыҙыл дипломлы тау инженеры — геофизик һөнәрен үҙләштергән йәш белгес. Ул Урал дәүләт тау университетында биш йыл уҡып, скважиналарҙы тикшереүҙең геофизик алымдары тигән йүнәлеш буйынса тәрән белем алды. Әлеге ваҡытта йәш, өмөтлө белгес эшкә урынлашыу мәшәҡәттәре менән мәшғүл, ошо арала тыуған ауылында, яҡындары янында ял көндәрен үткәрә.

“Иҫке Балтас урта мәктәбен 2014 йылда тамамланыҡ, 75-се юбилей сығарылыш беҙ. Алтын миҙаллы класташтарымдың барыһы ла юғары белем алды. Бөгөн бишебеҙ ҡыҙыл дипломға эйә. Бер-беребеҙҙең уңыштары өсөн ихлас һөйөнәбеҙ!” — ти Әлфиә.

2014 йылғы сығарылыш уҡыу алдынғыларынан Айрат Гәрәев Өфө дәүләт нефть техник университетын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, әлеге ваҡытта “Нефть-газ тармағы биналарын һәм ҡоролмаларын проектлау” йүнәлеше буйынса магистратурала уҡый, “Роснефть” компанияһында эшләй. Алмаз Йыһануров Пермь милли тикшеренеү политехник университетының ҡыҙыл дипломына эйә, автоматизация йүнәлеше буйынса магистратурала белем ала, “Лукойл” компанияһында эшләй. Регина Абдуллина Өфө дәүләт нефть техник университетының бакалавр баҫҡысын тик яҡшы билдәләр менән тамамлап, финанс һәм кредит белгеслегенә эйә булды. Эльвина Шәймөхәмәтова башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Әлеге ваҡытта һайлаған һөнәре буйынса аккредитация үтте. Тағын бер алтын миҙаллы ҡыҙ Юлиә Сәйетова Ижевск ҡалаһында юғары медицина белеме ала, уҡыуын киләһе йылда тамамлай.

Уҡыуҙа һынатмаған кеүек, эштә лә уңышлы булығыҙ, алған белемегеҙ, үҙ көсөгөҙ менән тормошта юл ярып, лайыҡлы урынығыҙҙы табығыҙ, йәштәр!
Читайте нас: