Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Июль 2019, 17:11

"Бигерәк тә халыҡ бейеүҙәре оҡшай", — ти Мишкә районы егете Ильяс Ғайсин

Оло Шаҙы ауылы егете Ильяс Ғайсинды Мишкә районында ғына түгел, ә республикабыҙҙан ситтә лә яҡшы беләләр. Әүҙемлеге, ихласлығы менән һоҡландырған егет ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен өмөтлө бейеүсе, башҡаларға ярҙам итергә, донъяны матурларға, йәмғиәтте изгелеккә рухландырырға ынтылыусы волонтер итеп таныта.

— Нәҫелебеҙҙә йыр-моң, бейеү яратҡан кешеләр бар. Атайым Мәҡсүт Әхмәт улы, сәнғәт кешеһе түгел, Себер яҡтарында эшләй. Уның ағаһы Вәсих Ғәзиз улы йәшерәк сағында бейегән, бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Әсәйем Гөлзимә Ривғәт ҡыҙы яғынан йырсылар бар. Ғаиләлә ике ул үҫтек. Ҡустым Илнарға 13 йәш. Үҙем тәүге тапҡыр 11 йәштә сәхнәлә бейенем. Ул саҡта ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүсе Лилиә апай Фәрхетдинова мине бейергә өйрәтеп, концертта ҡатнаштырғайны. Шунан һуң нисектер дәртләнеп киткәндәй булдым, — тип бейеүҙең иң яратҡан шөғөлгә әйләнгән йылдарын иҫкә алды Ильяс. — Мишкә ауыл хужалығы колледжына уҡырға килгәс, район Мәҙәниәт йортоноң “Эрвел” халыҡ бейеү ансамбленә саҡырҙылар. Шунан алып бейеү сәнғәтенә башкөллө сумдым, тиһәм дә була. Балетмейстерыбыҙ Ирина Елисеевна Имаева минең һәләтемде күреп, уны үҫтерергә, үҙемде сәхнәлә тоторға, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәтте. Хәҙер бейеү минең бар булмышымды солғап алды.

Эйе, тора-бара бейеү Ильястың яратҡан шөғөлөнә әйләнеп, уның тормошон мәғәнәле итә, йәмләй, биҙәй. Йәш егет үҙендә ышаныс тоя, халыҡ алдында ла уңышлы сығыш яһай, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Эрвел” бейеү ансамбле менән ҡайҙа ғына бармайҙар ҙа, ниндәй генә конкурстарҙа еңеү яуламайҙар?!

— Артабан уҡыуымды Башҡорт дәүләт университетында дауам итеп, уҡыу йортоноң ансамблендә бейергә теләйем. Маҡсатым — үҙемде төрлө яҡтан һынап ҡарау, булған һәләттәремде үҫтереү, рухи яҡтан байытыу, юғары белем алыу. Ә бейеүгә булған һөйөүем һәм ихтирамым ғүмер буйына оҙатып барыр, тип уйлайым, — ти 19 йәшлек Ильяс.

Тырыш егетте районда әүҙем волонтер итеп тә беләләр. Ул хәйриә акцияларында ла, төрлө сараларҙа ла ихлас ҡатнаша, ярҙамға мохтаждарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Бөгөн Ильяс район Мәҙәниәт йортонда яҡтыртыу буйынса техник булып эшләй. Әүҙем егет райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Оло Шаҙы ауылының “Аҡ ҡалфаҡ” ансамбле менән Мишкә районы исеменән лайыҡлы сығыш яһайҙар. Күптән түгел генә Мари Иле Республикаһында үткән Фин-уғыр музыкаһы йәштәр фестиваленә Мишкә, Борай, Ҡалтасы райондары, Яңауыл, Нефтекама ҡалалары йәштәрен йыйып алып барып, уңышлы ҡатнашып ҡайталар. Унда һәләтле йәштәр, күренекле шәхестәр, исемдәре билдәле сәнғәт әһелдәре менән аралашып, уларҙың сығыштарын ҡарап йөрөү үҙе үк һоҡландырғыс минуттар, онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк итә егеткә.

Шулай итеп...

«Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап йәшәү һәр кем өсөн емергес көс булмағанда ла, күп нәмәләрҙән мәхрүм итә. Аралашыу ҡеүәһе зиһенде яңы уйҙар менән байыта, алға яңы маҡсаттар ҡуйырға, уларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырырға дәртләндерә, илһамландыра, көс бирә. Ильяс Ғайсин да һәр минуттың ҡәҙерен белеп, кешеләргә шатлыҡ өләшеп, ярҙам итеп, үҙеңде һәр яҡлап камиллаштырып йәшәргә кәрәк, тигән фекерҙә.
Читайте нас: