Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Июль 2019, 14:39

Рөстәм Ишмакаев Мишкә ауыл биләмәһен ҙур яуаплылыҡ менән уңышлы етәкләй

Мишкә районында иң ҙур ауыл биләмәһе булып Мишкә ауыл Советы биләмәһе тора. Район үҙәге Мишкә, Ленинское, Яңы Васькино, Иҫке Васькино, Ҡыйғаҙытамаҡ, Яңы Ключево һәм Восход ауылдарын үҙ эсенә алған Мишкә ауыл биләмәһен дәртле, тынғыһыҙ, талапсан, ғәҙеллекте, ябайлыҡты беренсе урынға ҡуйған йәш егет Рөстәм Әҙеһәт улы Ишмакаев етәкләй.

Рөстәм Әҙеһәт һәм Әлфиә Ишмакаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып 1988 йылдың февралендә донъяға килә. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 2005 йылда Бөрө социаль педагогия академияһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлаған йәш белгесте Мишкә ауыл Советы биләмәһе башлығы урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Эшен бик яратып башҡара ул. Тырыш егет белемен камиллаштырыу ниәтендә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, артабан Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.

Һәр эшен еренә еткереп башҡарған, заман менән бергә атлаған, яуаплы һәм рухлы егетте тиҙ арала күҙ уңына алалар, халыҡ та үҙ итә. 2015 йылда уға Мишкә ауыл Советы биләмәһе башлығы вазифаһын йөкмәтәләр. Эше ауыр, тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Рөстәм Әҙеһәт улы был вазифаны еңел һәм, иң мөһиме, һөҙөмтәле алып бара. Дүрт йыл эсендә Мишкә ауыл Советы биләмәһендә күп эштәр башҡарылды:ауылдар төҙөкләнә, урамдарға яңы юлдар һалына, уларҙы яҡтыртыу кеүек проблемалар хәл ителә. Район үҙәгендә “Әсә һәм бала” ял итеү паркы барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта сүп-сар сығарыу буйынса мәсьәлә яйға һалына. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл халҡы өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп яҡшы эштәр эшләнде.

Һәр кешенең проблемаһын хәл итергә тырышҡан, һәр береһенең тәҡдимен тыңлай белгән йәш егет халыҡ араһында тиҙ арала хөрмәт яуланы. Эшенең һөҙөмтәһе булып Мишкә ауыл Советы биләмәһе бер нисә йыл рәттән район хакимиәте тарафынан иғлан ителгән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе” конкурсында беренсе урын яулауы торалыр.

— Мишкә ауыл Советы биләмәһе – район йөҙө, тиһәк тә була. Шуға күрә һәр ваҡыт бар ерҙә тәртип булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Халыҡ менән бергә булғанда, уларҙың тауышын ишетә белгәндә генә был яуаплы вазифаны уңышлы башҡарып була. Халыҡ миңә ышаныс белдергән икән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, йәшәү торошон яҡшыртыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, - ти Рөстәм Ишмакаев.

Рухлы егет халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса ла күп эштәр башҡара, ҙур ярҙам күрһәтә. Күптән түгел ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Беҙ, мишкәләр, арабыҙҙа шундай “бына тигән” егеттәребеҙ барлығына сикһеҙ ғорурланабыҙ. Шундай йәштәр булғанда районыбыҙҙың киләсәге яҡты, матур булырына ышанабыҙ.
Читайте нас: