Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Май 2019, 18:46

Борайҙа йәшәүсе Ирина Баһауетдинова балаларға бейеү сәнғәте серҙәрен өйрәтә


“Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ — бейей-бейей оҫтара”, — тип юҡҡа ғына таҡмаҡтар ижад итмәгәндәр. Беҙҙең халыҡ ауыр саҡта ла йырлаған, бейегән. Бына ошо жанрҙы ғүмере буйына данлаған, балаларҙы бейеү сәнғәтенә алып ингән оҫта хореограф, һайлаған хеҙмәтенә бар күңелен һалған Ирина Баһауетдинованы Борайҙа белмәгән кеше юҡтыр. Борайҙа ғынамы икән?

Ирина Фәнзәүи ҡыҙы етәкләгән “Жасмин” бейеү ансамбленең уңыштары тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Уларҙың береһенән-береһе сағыу сығыштары районда үткәрелгән һәр концертҡа айырыуса бер йәм, нәзәкәтлек, күркәмлек өҫтәй. Улар — республика, ил күләмендә үткәрелгән ҙур конкурстарҙың һәр саҡ тиерлек призлы урын алыусылары, Гран-при эйәләре. Бына әле күптән түгел “Талант ҡанаттарында” тип исемләнгән халыҡ-ара конкурс-фестиваль лауреаттары булдылар, “Яҙ күгәрсене” халыҡ-ара конкурсында — 1-се дәрәжә, “Апрель тамсылары”нда 2-се дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнделәр. Еңеүҙәре күп “жасмин”дарҙың, һанап бөтөрөрлөк түгел.

Борайҙа ябай ғаиләлә тыуып үҫеп, нәҫелдәрендә бер генә бейеүсе булмаһа ла, тәпәй баҫҡас та тиерлек бейеп киткән Ирина мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына юллана. Балетмейстер, хореографик коллективтар етәксеһе белгеслеге алған ҡыҙ тыуған районында эш башлай. Ул ваҡыттан һуң байтаҡ һыуҙар аҡҡан, балетмейстер булып эшләй башлауына ла 23 йыл үтеп киткән. Һанап китһәң, күпме бала бейергә өйрәнгән, күпме бейеүҙәр ҡуйылған, күпме тырышлыҡ, күҙ йәштәре, еңеүҙәр...

Балалар ижады йорто педагогы булып “Жасмин” эстрада бал бейеүҙәре ансамбле төҙөүенә лә быйыл 18 йыл икән. 18 йыл! “Жасмин” үҙе бер кеше ғүмере үткән бит! Ансамблдә дүрт йәштән алып 16 йәшкә тиклем балалар шөғөлләнә. Улар алты төркөмгә бүленгән. Араларында оялсандары, кеше менән аралашырға ҡыйынһынғандары ла, ҡыйыуҙары, тиктормаҫтары ла барҙыр. Әммә үҙ эшенең оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Ирина Баһауетдинова — уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел тапҡан, был бәләкәс бейеүселәрҙең йөрәгенә юл һалған шәхес. Һанаһаң, әлеге ваҡытта ғына ла уның ҡул аҫтында 128 бала бейеү серҙәренә төшөнә. Уларҙың һәр ҡайһыһының яҡын дуҫы, серҙәше ул. “Жасмин” ансамбленә йөрөүселәрҙең һаны күп булыуы уҡытыусының тырышлығы, балаларҙы ҡыҙыҡһындыра алыуы тураһында һөйләй. Ата-әсәләр ҙә: “Ирина бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә”, — тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Бында йөрөүсе балаларҙың киләсәктә һәр ҡайһыһы сәхнә йондоҙо булмаһа ла, улар бала саҡтан сәнғәт менән ҡыҙыҡһынып үҫә. Ирина Фәнзәүи ҡыҙы — ата-әсәләр өсөн ихтирамлы педагог, хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы ҙур.

— Бейеүҙәр оҙаҡ тыуамы? — тип һораным бер ваҡыт концерттан һуң осрашҡанда, “Жасмин”дың береһенән-береһе матур бейеүенә һоҡланып.

— Төрлөсә. Бейеү минең башымда тыуа. Өйҙә нимә эшләһәм дә, урамда атлап барһам да — күҙ алдымда шул бейеү. Уҡыусыларым менән ике-өс аҙна эсендә сәхнәгә ҡуябыҙ. Әммә беҙ бит төрлө конкурстарға йыш йөрөйбөҙ, төрлө дәрәжәләге сараларҙа даими ҡатнашабыҙ. Ана шулар менән оҙаҡҡараҡ та һуҙылырға мөмкин, — тип яуапланы ул.

Ошо һөйләшеүҙән һуң мин уның һәр бейеүен айырым иғтибар менән ҡарайым. Береһен-береһе ҡабатламаҫ, башҡарған һайын төрлө булған бейеүҙәр ялҡытмай. Ҡайҙан таба икән ул был хәрәкәттәрҙе? Һәр бейеүгә костюмдарҙы ла үҙе уйлай бит. Бында бер генә һүҙ әйтеп була: Ирина Баһауетдинова — ысын һәләт эйәһе, таланттың үҙе.
Читайте нас: