Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Февраль 2019, 14:00

БДУ-ның Бөрө филиалы доценты, химия фәндәре кандидаты Айнур Мәхмүтовтың бала саҡ хыялдары ҙур асыштарға илткән

Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Тап ошо һүҙҙәр БДУ-ның Бөрө филиалы доценты, химия фәндәре кандидаты Айнур Рәшит улы Мәхмүтовҡа тап килә. Бәләкәй саҡтан ауылдың саф һауаһын һулап, ата-әсәһенә ауыл тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен күтәрешеп буй еткергән егет бесән дә саба, мал-тыуар ҙа ҡарай, баҡса тәрбиәләй, шәхси йортоноң теплицаһында шампиньондар үҫтерә. Ләкин уның бөтә булмышы, йөрәген биреп эшләгән эше – фән менән шөғөлләнеү, тикшеренеү эше.


Айнур Рәшит улы 1981 йылдың ғинуарында Боронғо Ҡазан юлына ҡараған Дүртөйлө районының Көшөл ауылында тыуа. Район үҙәгендәге гимназияны алтын миҙалға тамамлай. Бала саҡтан фән менән шөғөлләнеү, арзан водород уйлап табыу хыялы 1989 йылда Бөрө дәүләт социаль педагогия институтының биология һәм химия факультетына уҡырға алып килә. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған егетте Нефть химияһы һәм катализ институтының (Рәсәй Фәндәр академияһы) аспирантураһына тәҡдим итәләр. Айнур Рәшит улы үҙенең тәүге ғилми эшен азотгетероциклик ҡушылмаларынан торған лантанид катализаторҙарын тикшереүгә бағышлай. Бындай ҡатмарлы теманы өйрәнеү ғалимдар араһында ҙур дәрәжә һанала һәм диссертация яҡлау советы ағзалары тарафынан ул юғары баһалана. 2010 йылда ул доцент ғилми дәрәжәһен ала.

Айнур Рәшит улы студенттарға “Физик химия”, “Катализдың теоретик нигеҙҙәре”, “Анализдың физик һәм химик методы” кеүек диcциплиналарҙан белем бирә. Теүәл фәндәр өсөн ҡатмарлы ғына булған лантанид катализы, фотокатализ, люминесценция, азотгетероцикл ҡушылмаһы, һыу фотолизы, экологик мониторинг кеүек фәнни йүнәлештәрҙә эшләй. Бөгөн ул тиҫтәгә яҡын китап, 15 Sсopus, 62 ВАК (юғары аттестация комиссияһы) мәҡәләһе авторы, һигеҙ патентҡа эйә.

Студент саҡтан яуаплы, төплө егетте Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләп килгән Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуына экологик мониторинг уҙғарыу лабораторияһына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Ҙур булмаған фәнни үҙәк 2010 йылда эксперименталь майҙансыҡ булараҡ эш башлай. Бөгөн Айнур Рәшит улы етәкселегендәге лаборатория ғалимдары дарыу етештереүҙә ҡуллана торған химик матдәләр эшләп сығарып, республикаға ғына түгел, Рәсәйгә танылыу яулаған. Уларҙың береһе – ашҡаҙандың сей яраһын дауалауға тәғәйенләнгән препарат өсөн катализатор. Уның ярҙамында етештерелгән дарыу күпкә арзанға төшә. Шулай уҡ лабораторияла автомобиль яғыулығы сифатын яҡшыртыу өсөн химик матдә – ацеталь сығарыла, керамика етештереүҙә нанотехнология уйлап табылған. “Үҙебеҙҙең лабораторияла катализаторҙар эшләп сығарыла. Улар ҙур ҡулланыуҙар таба башланы”, – ти Айнур Мәхмүтов.

Ғөмүмән, лабораторияла унлаған параметр буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла. Унда тупраҡты, һауаны, радиация фонын лаборатор анализлау эше киң йәйелдерелгән. Шулай уҡ эсәр һыуға сифатлы анализ яһала. Һыу составындағы 100-ләп компонент тикшерелә. Бөрө районындағы ятҡылыҡтарҙағы һыуға мониторинг сәләмәтлеккә шифалы шишмәләр барлығын асыҡларға ярҙам иткән. Айнур Мәхмүтов билдәләүенсә, халыҡ араһында Пьяный (Винный) исеме алған сығанаҡ тәбиғи аналог буйынса иң сифатлыһы. Һыу составындағы тәбиғи аспирин мигрендан һәм эскелек зәленән ауырыусыларға ярҙам итә, хатта ул аптеканан һатып алынған дарыуҙан файҙалыраҡ. Ә организм өсөн айырыуса шифалы тип Соляный шишмәһе һанала икән. Уның составындағы файҙалы матдәләр Бөтә Рәсәйгә билдәле Карловы Вары минераль сығанағына тиң.

Ғилми үҙәк базаһында биология һәм химия, физика һәм математика, инженер технологияһы факультеттары студенттары белемдәрен практик нығыта. Остаздары әйтеүенсә, студенттар бында һыу үлсәй, заманса аналитик ҡоролмаларҙа эшләргә өйрәнә, киләсәктә эшкә урынлашырға ярҙам итерлек тәжрибә туплай. Айнур Мәхмүтов етәкселегендәге лаборатория дәүләт аккредитацияһын да уңышлы үткән.

Фән – үҙ-үҙенә талапсан булыуҙы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыуҙы талап иткән етди өлкә. Айнур Рәшит улында ошондай яуаплы өлкәлә эшләү, фәнгә ҡыҙыҡһыныу ҡапыл ғына барлыҡҡа килмәгән.

– Фәнгә ҡыҙыҡһыныу бала саҡтан тыуҙы. Арзан хаҡлы водород уйлап табыу тураһында хыялландым. Был хыялыма атайым менән әсәйем ҡанат ҡуйҙы. Ғөмүмән, улар беҙгә бәләкәй саҡтан ғилем нигеҙен булдырырға ярҙам итте. Һеңлем Айгөл дә Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының инновацион бүлегендә эшләй. Ә бына студент саҡта бала саҡ хыялым тағы ла көсәйә төштө. Тәжрибәле белгестәрҙә стажировкалар үтеү, курс һәм диплом эштәре яҙыу фән донъяһына тулыһынса алып инде. Беҙҙең уҡыу йортонда, ғөмүмән, республикабыҙҙа, йәштәр өсөн фән менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр булдырыла. Ләкин һәр ғилми эштең, диссертацияның халыҡҡа, илебеҙгә практик файҙаһы ла булырға тейеш, – ти Айнур Рәшит улы. – Рәсәй территорияһында йыл һайын нефть сығарыу менән бәйле 20 мең авария була. Ә ул флора, фауна, сәләмәтлек өсөн ҙур экологик катастрофа. Бына шуның өсөн ерҙе рекультивациялау мөһим мәсьәлә булып тора. Лабораторияла биологик рекультивация методтары тикшерелә. Әгәр бөгөнгө экологик шарттарҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа үҙемдең әҙ генә өлөшөм бар икән, мин үҙемдең маҡсатыма ирешкәнмендер, тип уйлайым.
Читайте нас: