“23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө” тигән исем аҫтында үткәрелгән сара ла иҫтә ҡалырлыҡ матур уҙҙы. Тантаналы өлөшөнән һуң, атайҙар ике командаға бүленеп көс һынашты. Ярыштар балаларҙың ҡыҙыҡлы һорауҙары һәм атайҙарҙың яуаптары, эш ғәмәлдәре менән үрелеп барҙы. Һуңынан жюри ағзалары ике команданың да балдары тигеҙ булыуын билдәләп үтте. Әсәйҙәр флешмоб бейене. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен тамашасы алдында ҡыйыу тотҡан Юлиә Ғатина менән Риянна Нурғәлина һалдаттар тураһында йыр башҡарҙы. Уңған, оҫта, тырыш әсәйҙәр байрам өсөн балаларына хәрби кейемдәр тегеп биргәйне. Байрам аҙағында балалар шиғырҙар һөйләп, үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрен тапшырҙы. Ә атайҙар тәрбиәселәргә шундай яҡшы ойошторолған ғаилә байрамы өсөн рәхмәт әйтте.