Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Ғинуар 2019, 14:25

Асҡын ҡыҙы Наҙгөл Ғәниеваны “Мисс БДАУ-2019” бәйгеһендә уңышлы сығышы менән ҡотлайбыҙ!


Конкурстың һайлап алыу турында бик күп ҡыҙҙар ҡатнаша. Ләкин берәүҙәр тәүге — йөҙөү буйынса ярышта, икенселәре үҙләштергән һөнәрең, уҡыу йорто тураһында эссе яҙыу бәйгеһенән үтә алмай. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булып эшләгән әсәһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы һәм апайҙары менән республика кимәлендә үткән Шәжәрә байрамдарында, Башҡорт йәштәре йыйындарында, шулай уҡ башҡа сараларҙа бала саҡтан ҡатнашып, сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе туплаған, 1-се курстан уҡ уҡыу йортоноң “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең төп төркөмөндә бейегән һәм, ниһайәт, Төй йылғаһында балыҡтай йөҙөп үҫкән Наҙгөл һынауҙарҙы еңеллек менән үтә.

Конкурс көнөндә ҡыҙҙар “Визитка”, “Дефиле” конкурстарында һынала, жюри улар бергәләп бейегәндә лә үҙ һығымталары эшләй.
Читайте нас: