Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Ғинуар 2019, 18:00

Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Нурзилә Динисламова “Совенок-2019” уҡыусылар конференцияһында Гран-при яуланы

Күптән түгел Бөрөлә мәктәп уҡыусыларының “Совенок-2019” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сараны республика Мәғариф министрлығы, БДУ-ның Бөрө филиалы, Бөрө ҡалаһының Мәғариф идаралығы һәм 7-се мәктәбе ойошторҙо. Конференцияның абруйы йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, быйыл сарала республиканың барлыҡ мөйөшөнән 800 уҡыусы ҡатнашты. Барлығы 35 секция эшләне, һәр береһендә сығыш яһаусылар билдәләнде. Уҡыусылар үҙҙәренең ижади проекттарын һәм тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте.

Конференцияның девизы “Тикшеренеү белем алыу ысулы булараҡ...” ине. Замана мәктәбе бөгөн уҡыусыларға әҙер белем генә бирергә түгел, ә уларҙы табырға өйрәтергә, танып-белеү, үҙ алдыңа үҫешеү, камиллашыу юлдарын күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ уҡыусыларҙа ғүмер буйына белемгә ынтылыш тәрбиәләргә лә бурыслы. Республика фәнни-ғәмәли конференцияһының маҡсаттары ла шундай ине. Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең VIIВ класы уҡыусыһы Нурзилә Динисламова “Шағир-яҡташтар ижадында йәнтөйәк” темаһына ижади эш әҙерләгәйне. “ V-XI кластарҙа туған тел” секцияһында 21 ҡатнашыусы араһында Нурзилә Гран-при яуланы.
Читайте нас: