Улар 28 декабрҙә даны бөтә илгә таралған "Танып" шифаханаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн байрам ойошторған. Ә 31-дә ял итеүселәрҙең балаларына Яңы йыл шатлығы өләшкән. Улар "Фунтик һәм уның дуҫтары" тигән әкиәтте лә сәхнәләштергән, уйындар ҙа уйнатҡан.
Уҡыусыларҙы уҡытыусылар Эльмира Шәйхуллина менән Лилиә Вәлиева әҙерләгән.
Балаларҙың һәләттәрен асҡан, уларҙы изге эштәргә этәргән уҡытыусыларға ла, үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, күңел йылыһын башҡаларға бүләк иткән "артистарға" ла "Афарин!" тибеҙ.