Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Декабрь 2018, 13:50

Балтаста 11 бала тәрбиәләгән Хәйҙәршиндар торлаҡ һатып алыуға сертификат алды



Ағымдағы йылда Хәйҙәршиндар Шәжәрә байрамы сиктәрендә ойошторолған “Ғаиләм — ҡәлғәм” республика ғаилә ижады конкурсында Гран-приға эйә булды. Үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырҙылар. Винер Флүр улы бишек йыры йырланы, “Ҡаҙ өмәһе” байрамын күрһәттеләр. “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй” республика конкурстарында уңышлы сығыш яһаусы Айгиз Хәйҙәршин иһә ата-әсәһенә бағышлап матур йыр башҡарҙы. Әле яңы ғына уларҙың ғаилә фольклор ансамбле “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестиваленең гала-концертында ҡатнашып, республиканың иң талантлы ғаиләләре менән бер рәттән Конгресс-холл сәхнәһендә сығыш яһаны.

Күптән түгел Хәйҙәршиндар ғаиләһе тағы ла бер шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Әсәйҙәр көнөнә бағышланған тантаналы байрамда район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев Альбина Рәйеф ҡыҙына 4749891 һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Сертификат Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ һатып алыу өсөн бирелде. Береһенән-береһе талантлы, әүҙем, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтереүсе Альбина һәм Винер Хәйҙәршиндар өсөн был бик кәрәкле һәм лайыҡлы бүләк.
Читайте нас: