Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Декабрь 2018, 11:19

Борай ауылынан Гөлшат Исламова: "Әсә булыу — ҙур бәхет һәм оло яуаплылыҡ"

"Әсә булыу — ҙур бәхет һәм оло яуаплылыҡ", — ти Гөлшат Исламова. Уның балалары тураһында туҡтауһыҙ хәстәрлек күреүе, оло йөрәкле, изге күңелле, һиҙгер булыуы тәбиғәттән килә.


Гөлшат Фирҙәүес ҡыҙы Борай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡазан сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес тыуған яғына ҡайтып, Р. Ғәлиева исемендәге район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлап, бөгөнгә тиклем тырышып эшләй.

2003 йылда Раушан Марат улы менән ғаилә ҡоралар. Исламовтар ике ул тәрбиәләй. Искәндәр IX класта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Зиннур ҙа бик һәләтле бала, ул IV класта белем ала.

Раушан Марат улы ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй. Ул моңло итеп йырлай. Шуға ла районда үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай. Оҫта итеп концерттар, туй-юбилейҙар ҙа алып бара.

Гөлшат Фирҙәүес ҡыҙы аш-һыуға оҫта. Ниндәй генә ризыҡ бешерһә лә иҫ киткес тәмле була. Береһенән-береһе тәмле торттар бешерә, заказдар ҙа ҡабул итә.

Булдыҡлы ғаилә 2010 йылдан алып кәзә үрсетә. Һөтөнән ҡымыҙ ҙа эшләйҙәр. Райондаштарын кәзә һөтө, ҡымыҙ менән тәьмин иткән тырыш ғаиләнең киләсәккә уй-ниәттәре ҙур.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.
Читайте нас: