Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Ноябрь 2018, 14:17

Зилиә Мортазинаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙылар

Ошо көндәрҙә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 44 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙылар. Оло хөрмәткә Асҡын районынан өс әсә лайыҡ булды. Уларҙың береһе — Зилиә Мортазина.
Зилиә һәм Фәйрүз Мортазиндарҙың дүрт балаһы мәктәптә белем ала. Ҡыҙҙары Элиза XI класс уҡыусыһы. Ул тик ”5” билдәләренә генә өлгәшә. Фирзәр — IX, Элина — V, Эльвина I класта уҡый. Иң бәләкәстәре Фирзәткә февралдә өс йәш тула.

Зилиә — хужабикә, ә Фәйрүз Асҡын газ участкаһында эшләй.

Был ғаиләгә аҡ бәхеттәр, именлек, татыулыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас: