Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
29 Ноябрь 2018, 12:18

Асҡын ауылында йәшәүсе Әхмәҙуллиндарға ике шатлыҡ бер юлы килде: өсөнсө сабыйҙары ла тыуҙы, дәүләт ярҙамы ла алдылар

Республикабыҙ йәштәренә хөкүмәтебеҙ тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелә. Күптән түгел районыбыҙҙың биш ғаиләһе торлаҡ төҙөлөшөнә (һатып алыуға) кредит бурысын ҡаплатыуға сертификаттар алды. Шуларҙың береһе — Асҡын ауылында йәшәп, өс ҡыҙ тәрбиәләгән Гөлназ һәм Әлфәрис Әхмәҙуллиндар ғаиләһе.


Әхмәҙуллиндар бөтә уңайлыҡтары булған, балалары ҡыуанып уйнарлыҡ йорт тураһында хыялланып, төҙөлөш өсөн кредит алып, аҡ һәм ҡыҙыл кирбестән матур итеп йорт төҙөй башлай. 2014 йылда йәш ғаиләләргә кредиттарының бер өлөшөн ҡаплатырға ярҙам иткән дәүләт программаһына инеү өсөн документтар йыйып тапшыралар. Көндәр, айҙар, йылдар әкренләп үткән һайын, төҙөлөш эштәре алға тәгәрәп, ниһайәт, яңы йорт та туйлайҙар. Бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәлеп, августа ҡыҙҙары Айша донъяға ауаз һала. Ә сентябрҙә уларҙы күптән көткән сертификатты тапшырып һөйөндөрәләр. "Йортобоҙҙо төҙөүгә бар күңелебеҙҙе, тырышлығыбыҙҙы һалдыҡ. Ике яҡтан да ата-әсәләребеҙ, туғандарыбыҙ булышты. Әле лә башҡараһы эштәр күп. Дәүләт ярҙамы бик ваҡытлы булып, тағы ла дәрт, көс өҫтәне", — ти улар.

Ысынлап та, Әхмәҙуллиндарҙың йорттарына ҡараш ташлау менән бында заман менән бергә атлаған ижади йәштәр йәшәүен аңлайһың. Иркен өйҙә һәр кемдең үҙ бүлмәһе бар һәм улар биҙәлеше, төҫө менән бер-береһен ҡабатламай. Күп йыһазды оҫталар саҡыртып эшләткәндәр. Балалар өшөмәһен өсөн иҙән дә йылытылған. Һәр бүлмәгә бергәләшеп, кәңәшләшеп "йән өргәндәр".

— Хыялдарым тормошҡа ашты. Өс ҡыҙым — өс шатлығым. Уларҙың бәләкәй генә уңыштарына ла һөйөнәм. Илнара етенсе класта уҡый. Алтынсы класты тик "5" билдәләренә генә тамамланы. Асель дүрт йәшендә инглиз алфавитын яттан белә. Әлфәрис — өлгөлө ир һәм атай. Һөйөүен сәскәләр бүләк итеп иҫбатлай. 8 Март, Әсәйҙәр байрамында, тыуған көндәрҙә бөтәбеҙгә лә гөлләмә алып ҡайта.

Әле, декрет ялында ултырғанда, үҙемде тулыһынса ғаиләмә бағышлай алғаныма ныҡ шатмын. Район Мәҙәниәт йортона тиклем, ун йылға яҡын "Танып" шифаханаһына йөрөп эшләнем. Мин дә, эске эштәр бүлегендә хеҙмәт иткән ирем дә иртән сығып китеп, кис кенә ҡайтып кергәнгә, балаларҙы ҡарауҙа ата-әсәйҙәребеҙ ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға ныҡ рәхмәтлебеҙ", — тип һөйләй Гөлназ.

Әхмәҙуллиндарҙың йорттарын матур йыһаз ғына түгел, бер-береһенә мөхәббәт, татыулыҡ, ихласлыҡ бәхеткә күмә. Бында ололарға хөрмәт тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирәләр. Әле бына Әсәйҙәр байрамында йылдағыса ике өләсәйҙе лә матур итеп ҡотларға йыйыналар.
Читайте нас: