Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Ноябрь 2018, 18:53

Әсәйҙәр көнөнә бағышланды

Ҡышлауйылға ауылының "Чебурашка" балалар баҡсаһында Ғаилә йылына бағышланған «Беҙҙең ғаилә — татыу ғаилә» тип аталған байрам күтәренке рухта үтте. Байрамға баҡсаға йөрөүсе балаларҙың ата-әсәләре, өләсәйҙәре лә килгәйне.
Тәүҙә тәрбиәсе: ”Ғаилә — тормошобоҙ нигеҙе, дәүләтебеҙҙең киләсәге. Ғаиләлә генә үҙебеҙҙе иң кәрәкле һәм яратҡан кеше итеп тоябыҙ. Татыу ғаиләлә йәшәү бәхет ул. Ә бер-береңде ҡәҙерләп, хөрмәтләп, ярҙам итеп йәшәү һәр беребеҙҙең бурысы”, — тип һөйләне ғаиләнең ҙур ролен билдәләп.

Байрам матур-матур шиғырҙар менән башланып китте. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс конкурстарҙа балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Балаларҙың бейеүҙәре, йырҙары һәр кемде таң ҡалдырҙы.Төрлө һорауҙарға яуап биреп, еңеүселәр ҙә билдәләнде.

Һөҙөмтәләр сығарғандан һуң ғаиләләр “Иң зыялы ғаилә”,”Иң күркәм ғаилә”, “Иң тырыш ғаилә “ һ.б. номинацияларҙа билдәләнеп, уларға бүләктәр тапшырылды. Кисә барыһының да күңеленә хуш килде.

Эльмира Шәйхуллина.
Читайте нас: