Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Ноябрь 2018, 16:57

Әле ваҡытта Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында “Әсәйемдең ҡосағы — өйөбөҙҙөң усағы” тигән сара бара

Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре үткәргән сарала район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Рима Нәбиуллина ҡатнаша. Ул ошо төбәктең иң егәрле, иң уңған, иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын, өләсәйҙәрен бергә туплаусы Мәмдүнә Зариповаға, ауыл күрке булып, алтмыш йыл бергә ғүмер итеп, бриллиант туйҙарына еткән Рәфидә һәм Ансар Солтановтарға, шулай уҡ үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе Зәнфирә һәм Рәүил Исламовтарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Читайте нас: