Мутайылға ауылында Әсәйҙәр көнө уңайынан ҡоҙағыйҙар бәйгеһе үтте. Унда Рафания Шакирова, Сәғәҙәт Дәүләтханова (Мутайылға ауылы) Мәүлидә Юнысова, Миләүшә Хөсәйенова (Асҡын ауылы) ҡатнашты. Һөйөклө әсәй, хәстәрлекле өләсәй булған был уңған һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар туҡмаҫ та киҫте, ижади бәйгелә йырлап-бейеп тә күрһәтте, мода конкурсында ла һынатманы, мәҡәл, йомаҡтарҙы яҡшы белеүен дә иҫбатланы, алдан әҙерләп алып килгән аш-һыуын жюри хөкөмөнә сығарҙы. Биремдәр ауылдың йыр-моң һөйөүселәре әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.