Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
15 Ноябрь 2018, 16:25

Борай Балалар ижады йорто педагогы Эльвира Хәлилова конкурста еңеү яуланы

“Йөрәгемде балаларға бирәм” өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсының ситтән торған этабы тамамланды.

“Йөрәгемде балаларға бирәм” өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсының ситтән торған этабы тамамланды.
Унда Башҡортостандан республика этабында еңеү яулаған дүрт өҫтәмә белем биреү педагогы ҡатнаша. Улар: Нефтекама ҡалаһының Балалар һәм йәштәр ижады һарайынан Гөлнара Мадиярова, Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенән Инсур Үтәбаев, Өфө ҡалаһының “Сәләм” Балалар-үҫмерҙәр үҙәгенән Регина Уланова һәм Борай Балалар ижады йортонан Эльвира Хәлилова. Ул туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешен һайлаған.
Конкурстың эксперт комиссияһы ҡарарына ярашлы, ситтән торған этап еңеүселәре һәм “Йөрәгемде балаларға бирәм-2018”-ҙең финал этабында ҡатнашыу хоҡуғы Эльвира Хәлилова менән Өфө ҡалаһынан Дмитрий Алютинға бирелә.
Эльвира Сергеевна Борайҙың Балалар ижады йортонда өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй, хеҙмәт стажы — алты йыл.
“Йөрәгемде балаларға бирәм” өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабы декабрҙә Ырымбур ҡалаһында үтәсәк. Ижади эшләүсе, башҡарған эшенә бар күңел йылыһын һалыусы Эльвира Хәлиловаға уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Марсилә Шәрипова.
Эльвира Хәлилова тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 22-се һанында уҡый алаһығыҙ!
Читайте нас: