Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
13 Ноябрь 2018, 12:06

Балтастар “Оҙон көй”ҙән еңеү менән ҡайтты

Туймазыла “Оҙон көй” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсының гала-концерты үтте.

Конкурста республиканың һигеҙ ҡалаһынан һәм 22 районынан, Ҡазан, Силәбе ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан барлығы 69 кеше ҡатнашты. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов лайыҡ булды.
Был конкурста Балтас районынан Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Азалия Хәсәнова, Айгиз Хәйҙәршин (уҡытыусылары Рәзидә Әхмәтова), Сөмбөл Солтанғәлиева, Амалия Ғәйниәхмәтова (уҡытыусылары Рая Хәмәева, Илшат Нурҡаев аккомпаниатор) ҡатнашты. Балалар һәр турҙа икешәр башҡорт халыҡ йыры башҡарып, лайыҡлы сығыш яһаны. Айгиз Хәйҙәршинға “Оҙон көй башҡарыу традицияларына тоғролоғо өсөн” номинацияһында махсус приз бирелде. Сөмбөл Солтанғәлиева конкурстың дипломанты булды. Амалия — II, Азалия III дәрәжә лауреат исемен яуланы. Өҫтәүенә, Амалия — телевизор, Азалия кеҫә телефоны менән бүләкләнде. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙың дүртеһе лә өсәр мең һум аҡсалата бүләк тә алды.
Һәләтле балаларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: