Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
9 Ноябрь 2018, 13:16

Бөрө районы Бахтыбай ауылы республика конкурсында икенсе урын яуланы

“Башҡортостандың иң матур ауылы” конкурсында уңышлы ҡатнашҡан Бахтыбай ауылы Бөрө ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта ята. Бына ошонда, ҡасандыр Ҡазан юлына ҡараған Шәмшәҙе өйәҙе башҡорттары еренә, Волга буйынан күсенеп килгән мари халҡы төпләнгән. Ауылдың исеме нигеҙ һалыусы Бахтыбай исеме менән йөрөтөлә.


Ауылдың саф мари атамаһы ла бар: Кужнур Ял. Башҡортсаға тәржемә иткәндә Оҙон Ялан тигәнде аңлата. Борондан ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Бахтыбай уртаһындағы имән бөтә ауылға йәм биреп, уны бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап тора. Ауыл халҡы әйтеүенсә, ҡарт имәнгә 280 йәш самаһы. Ул ауыл барлыҡҡа килгәнгә тиклем булған һәм илаһи көскә эйә.
(Ауылдың тарихы, арҙаҡлы кешеләре, илһөйәр һәм тырыш халҡы тураһында Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә, Бөрө, Ҡариҙел райондарында таратылған "Йәнтөйәк" гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: