Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Октябрь 2018, 16:06

Балтас экстремалдары — чемпион

Күптән түгел Өфөлә троффи-рейдтар буйынса уҙған ярыштарҙа балтастар Рәсәй чемпионы титулын яуланы. “Алтын көҙ-2018” юлһыҙ туризм фестивале руль артында үҙен экстремаль шарттарҙа һынарға яратыусыларҙы йыя. Был ярыш водитель һәм штурмандың ҡаршылыҡтар булған трассаны еңел һәм тиҙ уҙа алыуынан тыш урында ориентирлашыу оҫталығын да күрһәтергә тейеш. Бәйгеләрҙә ҡатнашҡан Илгиз Сәхипов экипажы Рәсәй чемпионы дәрәжәһен яулауы тураһында көйәрмәндәр социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.
Читайте нас: