Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Сентябрь 2018, 17:19

Иҫке Балтас ауылынан Шәймөхәмәтовтар ғаиләһе “Иҙел буйының уңышлы ғаиләһе-2018” конкурсында Башҡортостан данын яҡланы

Быйыл “Бала саҡты ҡайтарыу” фестивале һәм “Уңышлы ғаилә” конкурсы берләштерелеп, Мордва Республикаһының Саранск ҡалаһында үткәрелде. 14 төбәк данын берәр ғаилә яҡланы. Башҡортостан исеменән сығыш яһау яуаплылығы беҙгә — Балтас районынан Шәймөхәмәтовтар ғаиләһе иңенә йөкмәтелде.

Республикабыҙҙың йөҙөн тулыһынса билдәләрлек ун минутлыҡ сығыш әҙерләп алып барҙыҡ бәйгегә. Өр-яңы, сағыу итеп махсус тегелгән костюмдарҙа башҡорт бейеүен башҡарҙыҡ, халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле булараҡ сығыш яһаныҡ (ҡурайҙа — ҡыҙҙарым Илина һәм Тамара, ҡубыҙҙа Эльвина, Булат, Илина, Илмира, Сулпан уйнаны), сараның темаһына тура килтереп махсус яҙылған йырыбыҙ ҙа барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтарҙы ҡул эштәре күргәҙмәһе алдында икмәк, сәк-сәк, башҡорт балы менән йырлап-бейеп ҡаршы алдыҡ. Оптимистик рухта әҙерләнгән видео, слайд-шоу оҙатыуында барған сығышта ғаиләнең 12 ағзаһы ла әүҙем ҡатнашты.

Уңышлы ғаилә. Балаға ғүмер бирергә әҙерләнгән һәр ғаилә нигеҙҙә уңышлы булырға тейеш. Бер-береһенә, араларын бәйләгән хискә, киләсәктә балаға төрлө яҡлап үҫеү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырасағына ышаныс булғанда ғына ир менән ҡатын яуаплы аҙымға бара ала. Ә сит кеше балаһын, бер тапҡыр ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы алып тәрбиәләү өсөн ғаилә тағы ла уңышлыраҡ, рухлыраҡ, татыуыраҡ булырға бурыслы. “Иҙел буйы округының уңышлы ғаиләһе – 2018” бәйгеһендә нәҡ шундай ғаиләләр ҡатнашты. Был сараны ярыш итеп аңлау һәм күрһәтеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер.

14 ғаилә — 14 яҙмыш. Һәр береһенең уңыштары республика һәм өлкәләр өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн ҡиммәт. Беҙ конкурс көндәрендә ошо мөнәсәбәтте, ҡарашты тойҙоҡ. Иҙел буйы округы тәьминәте һәм ойоштороуында өс тәүлек буйына Саранскиҙа “Олимпия” ҡунаҡханаһында йәшәнек, ресторанда туҡландыҡ, июндә футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткән ҡала буйлап экскурсияларҙа йөрөнөк. Яуаплы кешеләр балаларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынып торҙо, уларҙың теләктәрен үтәргә ашыҡты. Беҙ, ата-әсә булараҡ, дәүләт тарафынан үҙебеҙгә күрһәтелгән хөрмәт менән ун балабыҙ алдында ғорур булдыҡ. Бәйге барышында, 22 сентябрҙә, ҡыҙыбыҙ Илмираға 13 йәш тулды. Ул һүрәт төшөрөргә ярата. Балтас балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә ихлас шөғөлләнә. Ҡыҙыбыҙҙы сәхнәгә мендереп ҡотлап, бик кәрәкле, бай ассортиментлы буяуҙар йыйылмаһы бүләк иттеләр. Ошо иғтибарға күңелем тулып: ”Һинең буласаҡ ғаиләң дә беҙҙеке һымаҡ ил күрке, ил хөрмәтлеһе булһын!” — тип теләнем.

Фестивалдә 14 төбәктән балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр спорт, интеллектуаль, музыкаль конкурстарҙа ҡатнашты. Уларҙа командалар үҙенсәлектәре буйынса билдәләнде. Абсолют еңеүселәр түгел, ниндәй ҙә булһа йүнәлеш буйынса уңыштар асыҡланды. Беҙҙең ғаиләгә Рәсәй Президентының Иҙел буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡултамғаһы менән “Изге йөрәк” номинацияһында диплом һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды. Шәхсән минең өсөн диплом алыу түгел, әле өс йыл элек кенә ғаиләбеҙгә ингән, бишеһе лә психик һәм педагогик үҫеш яғынан тиҫтерҙәренән күпкә артта ҡалған, икеһе инвалидлыҡ яҙмышына дусар булған балаларыбыҙҙың талантлы ағай-апайҙары менән бергә ҙур сәхнәлә — Иҙел буйы округы дәрәжәһендә гөрләтеп сығыш яһауы оло бүләк булды. Был — беҙҙең татыу ғаиләбеҙҙең, олатай-өләсәйҙәр, туғандар, дуҫтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙең уртаҡ берҙәм эш һөҙөмтәһе. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт!

12 кешелек ғаилә һәм өс кешелек ярҙамсыл төркөм менән Саранск ҡалаһына юлланыу — арзан эш түгел. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙең Иҙел буйы округы дәрәжәһендә үткән конкурс сәхнәһенән Балтас районы, Башҡортостан Республикаһы исемен позитив яҡтан күрһәтеүе — ғаиләбеҙгә битараф булмаған райондаштарыбыҙҙың, район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев етәкселегендәге команданың берҙәм эш һөҙөмтәһе. Беҙ — Гөлнара һәм Филүс Шәймөхәмәтовтар, балаларыбыҙ Алһыу, Эльвина, Илһам, Тамара, Булат, Илина, Азат, Илмира, Сулпан, Мирас — үҙебеҙҙе ошо ҙур коллективтың бер күркәм өлөшө итеп тойҙоҡ. Рәхмәт!

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: