Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Август 2018, 12:37

Бөрө районы Үгеҙ ауылында йәшәүсе Рәхимовтарҙың тормош юлы батырлыҡҡа тиң

Бөрө – Өфө юлында һыйынып ҡына ултырған Үгеҙ ауылы үҙенең төҙөклөгө, таҙалығы менән иғтибарҙы тарта. Йәй көндәрендә ауыл халҡының иртә таңдан емеш-еләк һатып тороуы бирелә эшлекле, уңған кешеләр йәшәүен дәлилләй. Ауылда күркәм, өлгөлө ғаиләләр байтаҡ. Уларҙың береһе – Роза апай һәм Фәрит ағай Рәхимовтар ғаиләһе.

Роза Ҡаддус ҡыҙы 1947 йылдың 22 майында Балаҡатай районы Кәрәкәй ауылында тыуа. Атаһы армиянан ҡайтҡандан һуң, икенсе ғаиләгә сығып киткәнлектән, тормош йөгөнөң байтаҡ ауырлыҡтарын татырға тура килә бәләкәй ҡыҙға. Әсәһе яңынан тормошҡа сығып, дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Үгәй атай Розаны ҡабул итмәгәнлектән, ул өләсәһендә тәрбиәләнә. Әммә һеңлеләрен бик ярата, улар менән аралашып тора. Ауыл мәктәбендә IX класты тамамлағас, Роза апай Бөрө ҡалаһына кооператив техникумға уҡырға инә. Рус телен яҡшы белгән башҡорт ҡыҙы дәрестәрҙә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, уҡыуҙан тыш башҡа сараларҙа ҡатнаша. Етем ҡыҙ булараҡ, дәүләт уны үҙ ҡарамағына ала, бик һирәктәргә генә эләккән дөйөм ятаҡтан урын бирә.

Яңы 1966 йылды ҡаршылау бал-маскарадында үҙ-үҙен тотошо менән дә, кейеме менән дә ябай, муйынына фотоаппарат таҡҡан егет менән таныша. Был танышыу һәр көн осрашыуға әйләнә. Егетте комендант та үҙ итә.

Йәмле май башында егет ҡыҙға тәҡдим яһай. Роза апайҙың тыуған көнөндә никах уҡытыла. Башта кооператив училищеһында, аҙаҡ институт студенттары араһында беренсе комсомол туйы үткәрелә. Ҡыҙҙы кейендереү өсөн Фәрит ағай курсташтары менән өс төн баржа бушатып, аҡса эшләй. Ул аҡса туй күлдәге, фата, туфли алырға һәм туй сығымына етерлек була. Сөм ҡара-күҙле, ҡара ҡашлы башҡорт ҡыҙы менән киң күкрәкле һомғол татар егете шулай бер ғаилә булып йәшәп китә. Оҙаҡламай мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары Әнфисә донъяға тыуа. Семинар йәки практик эш дәрестәрендә йәш баланы студенттар алмашлап ҡараша. Шулай бер йәште тултырғас, Әнфисәне балалар баҡсаһына урынлаштыралар. Ә был ваҡытҡа Роза апай училищены тамамлап, кассир булып эш башлай. Ғаилә был саҡта бер бәләкәй генә йортта йәшәй. Студенттар менән бергә үҫкән Әнфисәлә саялыҡ, белем етерлек. Бөгөн ул Өфөлә 65-се татар гимназияһы директоры.

Ғаилә яҡшы ғына йәшәп киткәндә, Роза апайҙың әсәһе мәрхүм булып, биш туғаны ла өләсәй ҡулында тороп ҡала. Бер-бер артлы үҫеп килгән ике ҡыҙҙы юғары уҡыу йортона уҡырға индереү, уҡытыу, тәрбиә биреү йәш ғаилә иңенә төшә. Етмәһә, Фәрит ағай ҙа әле институтты тамамламаған. Күп тә үтмәй, Роза апайҙың өсөнсө һеңлеһен ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереү өсөн училищеға индерәләр. Был ваҡытта Фәрит ағайҙың да бер туған ҡустыһы Бөрөгә һөнәрселек училищеһына уҡырға килә. Шулай йәш ғаилә ҡапыл ишәйеп китә. Мөләйем, тыныс, сабыр холоҡло, эшһөйәр һәм аҡыллы Роза апай уларҙың һәр береһенә ваҡыт таба, үҙенең кәңәштәрен бирә. Аш-һыу әҙерләү, йыуыу, йыйыштырыу ҙа башлыса уның иңенә төшә. Ошондай мәшәҡәттәр булыуға ҡарамаҫтан, Фәрит ағайҙың тәҡдиме һәм кәңәше менән Роза апай Өфө кооператив техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Ҡыҙҙар, уҡыуҙарын тамамлап, үҙҙәре ғаилә ҡора, һәр береһе төрлө яҡҡа таралыша. Ә Фәрит ағай бер йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Йәш белгесте директор итеп тәғәйенләйҙәр һәм шунда уҡ тыуған ауылында яңы мәктәп төҙөү эше йөкләтелә. Эш башлана: бура бурала, нигеҙ һалына, стеналар күтәрелә. Ғаиләлә бер-бер артлы ике малай – Азат һәм Марат тыуа.

Роза апай, юғары белем алыу маҡсатында, Бөрө дәүләт педагогия институтының психология факультетына уҡырға инә. Ә Фәрит ағайҙы партия мәктәбенә уҡырға алалар. Ике студент, өс бала, төҙөлөш эше — барыһы ла уларҙан тырышлыҡ, етеҙлек талап итә.

Тормош үҙенекен итә. Ғаилә Бөрө районы Үгеҙ ауылына әйләнеп ҡайта. Бында эш урыны бар һәм фатир мәсьәләһе лә хәл ителәсәк, йөрөргә юл өҫтө. Шулай 1978 йылдан алып улар икеһе лә көс-дәртен, намыҫлы хеҙмәтен ошо мәктәпкә арнай. Роза Ҡаддус ҡыҙы башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта, оҙайтылған көн төркөмдәрендә эшләй. Ул «Герой-әсә», «Хеҙмәт ветераны» исемдәренә лайыҡ.

Фәрит ағай, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлағандан һуң, ҡырҡ йыл инде уҡыусыларға татар теле серҙәрен төшөндөрҙө, бай тарихлы әҙәбиәте менән таныштырҙы, телгә, әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Уҡытыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләгәндә, эҙләнгәндә генә оло ҡаҙаныштарға ирешә алыу хаҡикәтен яҡшы белә Фәрит Фәйзел улы. Көн дә ентекле әҙерләнгән дәрестәрҙән тыш, татар теле һәм әҙәбиәте кабинетын әленән-әле йыһазландырып тороу, яңы стендтар менән тулыландырыу, йәш ижадсылар түңәрәге менән етәкселек итеү — былар барыһы ла уҡытыусынан ваҡыт һәм көс талап иткән ижад емеше, шәхес тәрбиәләүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте. Ә йыл һайын татар теле һәм әҙәбите буйынса үткәрелгән республика һәм район олимпиадаларында тап Үгеҙ урта мәктәбе уҡыусыларының призлы урындарҙы яулауы, бик күп шәкерттәренең уның юлын һайлауы Фәрит Фәйзел улының намыҫлы хеҙмәтенең тағы ла бер һөҙөмтәһе.

Фәрит Рәхимов «РФ мәғариф отличнигы», РФ Президентының милли телдәрҙе үҫтереү проекты премияһы лауреаты, «Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Бөрө районы һәм ҡалаһы «Уҡытыусы – остаз» конкурсы еңеүсеһе. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Үгеҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйыу һәм мемориал төҙөү авторы булараҡ, «Йәмғиәттәге уңышлы хеҙмәте өсөн» күкрәк билдәһенә лайыҡ булды.

Фәрит Фәйзел улы «5-се кластар өсөн татар теле» дәреслегенең авторҙашы, тиҫтәгә яҡын методик ҡулланма авторы. Уның өс тиҫтәнән артыҡ мәҡәләһе республика һәм төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция материалдарында баҫылып сыҡты. Саҡырыу буйынса ун биш йылдан ашыу Бөрө дәүләт педагогия институтында татар телен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы дәрестәрен алып барҙы, IV - V курс студенттарының педагогик практикаһы менән етәкселек итте.

Ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаған Роза апай менән Фәрит ағайҙың тормош юлы батырлыҡҡа тиң.

Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: