Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Август 2018, 12:23

Балтастар ауыл эшсәндәре алдында концерт ҡуйҙы

Балтас район мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошҡан агитбригада коллективы “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Тутағас бригадаһы эшсәндәре алдында концерт менән сығыш яһаны.

Бирелә сенаж әҙерләүҙе теүәлләнеләр. Тутағас һөтсөлөк фермаһы алдында ике ям йәшел аҙыҡ менән тулды.

Йәйге ауыл хужалығы эштәренең бер яуаплы участкаһында мәшәҡәттәрҙе теүәлләгән механизаторҙар, фермала хеҙмәт һалыусылар ашхана эргәһенә концерт ҡарарға йыйылды. Алып барыусы Гөлназ Мулланурова шиғри сәләмләүе менән башланып киткән сара дәртле, күңелле барҙы. Һәүәҫкәрҙәрҙең сығышы ауыл уңғандары менән ихлас аралашыуға ҡоролған. Талантлы райондаштары гармунсы Алмаз Рәжәпов, йәш бейеүселәр Азалия һәм Аяз Вәлиевтар, йырсылар Айҙар Фәрхуллин һәм Динар Мозафаровтарҙың музыкаль бүләктәрен тамашасы йылы ҡабул итте. Водитель Айрат Карамов хеҙмәтләндергән автомобилдә күсмә аппаратура менән Фидан Юнысов идара итте.

Агитбригада хеҙмәте уҙған совет осорон бер аҙ хәтерләтһә лә, һис кенә лә көнүҙәклеген юғалтмай. Коллективҡа берләшкән йәштәрҙең ауыл хужалығында барған эштәр, был ауыр өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәттәрен бағышлаған кешеләр менән яҡындан аралашыуы ғына ла ни тора! Һәүәҫкәрҙәрҙең сығышы ауыл эшсәндәренең күңелдәрен күтәрһен, хеҙмәт еңеүҙәренә әйҙәһен!

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: