Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
7 Август 2018, 19:13

Мишкә районы буйынса полиция бүлеге участка уполномоченныйы Сергей Зәнетдинов иң көслөләр һәм мәргәндәр рәтендә

Белорет районы “Ҡурташ” спорт базаһында полиция хеҙмәткәрҙәре араһында йәйге биатлон буйынса чемпионат үтте. Сарала төбәк ярыштарында беренсе һәм икенсе урындар алған 12 еңеүсе-команда ҡатнашты.

Ярыштар 1500 метр дистанцияға йүгереү һәм Макаров пистолетынан атыу буйынса ике ут һыҙығын үҙ эсенә ала. Был дисциплинала спортсының тиҙлеге генә түгел, мәргәнлеге лә хәл иткес роль уйнай, сөнки биш атыуҙан һәр хата өсөн ҡатнашыусы 30 секунд штраф ала.

Көсөргәнешле ярыштан һуң иң көслөләр һәм мәргәндәр асыҡланды. Шәхси беренселектә Мишкә районы буйынса полиция бүлегенең участка уполномоченныйы Сергей Зәйнетдинов 35-39 йәшлектәр араһында II урынға лайыҡ булды.