Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
1 Август 2018, 16:16

Ҡариҙелдән ун дүрт кеше “Табынфест-2018” йәштәр фестивалендә ҡатнашты һәм еңеүҙәр яуланы

Табын ырыуы йәштәре йыйыны быйыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында үтеп, республиканың 100 йыллығына, шулай уҡ Ғаилә йылына арналды. Унда Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренән делегация ҡатнашты.

Фестиваль программаһы бик бай булды. "Табын батыры" конкурсында районыбыҙ данын И. Фәйзелхаҡов яҡланы. Ул сәхнәлә һүҙ-тел маһирлығында сығыш яһауҙа, атты арбаға егеүҙә, армрестлинг буйынса ярыштарҙа, милли көрәштә ҡатнашып, иң яҡшы өс батыр исемлегенә инде.

Егеттәр яланда үҙ-ара көс алышҡан арала, туғыҙ ҡыҙ "Табын һылыуы" исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә һынау тотто. Улар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталығын күрһәтте, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны. Райондашыбыҙ Э. Кәримова жюри тарафынан юғары баһа алды һәм Почет грамотаһына лайыҡ булды.

Тирмәләр конкурсында ла ҡариҙелдәр өс иң яҡшылар рәтендә булды. Бында оҫталарҙың ҡул эштәре һәм Ш. Мостафиндың шәжәрәһе тәҡдим ителде. “Сабыйҙы кендек әбейенән һатып алыу ” тип исемләнгән тамаша өсөн беҙҙең делегацияны Рәхмәт хаты менән билдәләнеләр.

Спорт программаһында И. Хәтмуллинға тиңдәр булманы. Ул гер күтәреүҙә үҙенең ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яуланы. Волейбол буйынса ярышта спортсыларыбыҙ өсөнсө урынға иреште. ”Шайморатов генерал” йырын башҡарыусы И. Ғайсин концерт программаһын биҙәне.

Был рухлы саранан бәйгеселәр үҙҙәрен күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап, тәжрибә уртаҡлашып, илһамланып ҡайтты.

А. Римов.
Читайте нас: