Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Июль 2018, 17:22

Борай районында йәшәүсе Наилә һәм Вәдис Нурғәлиевтар "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде

Баҡалы ауылында тыуып үҫкән Наилә Ғәйнелйән ҡыҙы Вострецовтағы ашлыҡ әҙерләү пунктына ашнаҡсы булып эшкә килә. “Сельхозхимия”ла экскаваторсы булып эшләгән Вәдис Мәснәүи улы менән шулай таныша ул. Йәштәр 1986 йылда ғаилә ҡора. Тәүҙә Борайҙа дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр. Ауылда аталары вафат булып, әсәләре яңғыҙ ҡалғас, уның эргәһенә ҡайтып төпләнәләр. Ауыл тормошо, иртән иртүк тороп һыйыр һауыу һәм башҡа мең төрлө мәшәҡәт тә ҡурҡытмай йәш киленде. Иренә хәстәрлекле һәм һөйөклө ҡатын булып, уға ышанып һәм булдыҡлылығына таянып, бәхетле ғүмер итә. "Вәдис бар эшкә лә оҫта, нимәгә тотонһа ла булдыра, донъя көтөргә ышаныслы. Кешеләргә лә ярҙамсыл, игелекле, ауылдағы бер күмәк эш тә унан башҡа үтмәй", — ти тормош иптәше тураһында Наилә Ғәйнелйән ҡыҙы. Быны юҡтан ғына әйтмәй. Үҙ ҡулдары менән бына тигән заманса йорт һалып ингәндәр. Аҙбар-ҡура ла төҙөк, тынғыһыҙ ир-ат ҡулы тейгәне әллә ҡайҙан күренеп тора.

Наилә Ғәйнелйән ҡыҙының тағы бер аҙымын батырлыҡҡа тиңләргә була. Вәдистең һеңлеһе фажиғәле вафат булғандан һуң, үҙҙәренең ҡыҙы һәм улы янына етем ҡалған 10 йәшлек Денис менән һигеҙ йәшлек Гөлназды ла һыйҙыралар. Өләсәйҙәре, берҙән, ҡыҙын юғалтыуҙан әрнеһә, икенсенән, ейән-ейәнсәренең ҡайҙа барып һыйынырын уйлап өҙгөләнгәндер. Олоғая барған кеше ҡыйып ҡына яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ла ҡурҡа. Кәрәкле һүҙҙе килен әйтә һәм балалар етемлекте кисермәйенсә үҫә.

— Беҙҙең балалар әллә ниндәй ҙур уҡыуҙар бөтөрмәне инде. Нәфисә менән Гөлназ ашнаҡсы, Вадим менән Денис һөнәрселек училищеһында белем алды. Вадим өйләнде, Өфөлә эшләй, ә Денис Себерҙә йәшәй. Дүрт ейән-ейәнсәребеҙ бар. Балаларҙы һәр саҡ тигеҙ күреп, барыһына ла күңел йылымды тигеҙ бирергә тырышып үҫтерҙем, үҙҙәре лә аҡыллы булды. Ҡәйнәм дә бының өсөн рәхмәтле булып, 88 йәшендә фатихаларын биреп, донъя ҡуйҙы, — ти Наилә Нурғәлиева, 22 йыл бергә йәшәгән ҡәйнәһен хөрмәт менән иҫкә алып.

Нурғәлиевтар йәшәү рәүештәре менән күптән ауылда ихтирам ҡаҙанған. Тормош итеү сикһеҙ диңгеҙ кисеүгә тиң. Тормош карабын ел-дауылдарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн күпме көс, түҙемлек кәрәклеген ғаиләлә йәшәй белгәндәр үҙҙәре генә аңлай.

Фәнзәлиә Бәҙретдинова.
Читайте нас: