Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылында йәшәүсе Ләйлә һәм Ильяс Дәүләтгәрәевтар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан ”Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
Дәүләтгәрәевтар икеһе лә Ҡыйғаҙы ауылында тыуып үҫеп, донъя ҡороп, йәнтөйәктәрен йәмләп йәшәй. Икеһе лә уҡытыусы булып эшләп, йәш быуынға белем һәм тәрбиә бирә. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашалар. Татыу ғаилә биш балаға ғүмер биргән. Иң өлкән улдары Илнар өйләнеп, Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Вильдан Пермь милли гвардия институты курсанты. Игеҙәктәр Хәлимә менән Хәлим, Фидан мәктәп уҡыусылары.
Матур, тырыш, татыу ғаиләгә артабан да тик бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡ, балалар шатлығы теләйбеҙ.