Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
19 Июль 2018, 13:39

Асҡын ауылында йәшәүсе Рәзифә Вәлинурованың баҡсаһы һоҡланғыс

Үҙенең ер участкаһы булған һәр кем гүзәл баҡса тураһында хыяллана. Ә бының өсөн ҙур көс, тырышлыҡ һалырға кәрәк. Шулай булғанда ғына баҡсаң Асҡын ауылында йәшәүсе Рәзифә апай Вәлинурованыҡы кеүек матур булып, мул уңыш бирәсәк.

Еләк-емешкә бай, сәскәгә төрөнөп ултырған баҡсала иң һоҡландырғаны ла, аптыратҡаны ла шул — бында бер түтәлдә лә, ҡыуаҡ араларында ла ҡый үләне күрмәҫһең. ”Бөтә тырышлығымды, күңелемде баҡсама һалам. Йәш саҡта бындай ҙур баҡсабыҙ булманы. Ун биш йыл элек ошо иркен урынға йорт һалып сыҡҡас, хыялым тормошҡа ашты. Әлбиттә, баҫыу ерен гөл-баҡсаға әйләндереү өсөн ҙур көс һалынды. Ләкин беҙ быны шатланып башҡарҙыҡ. Ерҙе даими ашлап, сүп үләндәренән таҙартып торһаң, мул уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Шуға ҡояш ҡыҙҙыра башланғансы тип, иртәнге сәғәт алты ла уҡ баҡсаға сығам ”, — ти ул.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: