Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Июль 2018, 13:46

Мишкә районынан Лилиә Хәсәнова Иҫке Балтас ауылында үткән республика Шәжәрә байрамынан еңеү менән ҡайтты

Лилиә Хәсәнова Балтас ерлегендә республика «Шәжәрә байрамы» сиктәрендә үткән «Йәш килен» конкурсында матур сығыш яһап, беренсе урынға лайыҡ булды.

- Лилиә, иң тәүҙә үҙең менән таныштырып китһәңсе.

- Мин хозур тәбиғәтле Бөрйән ҡыҙымын. 2009 йылда Илдар менән хистәребеҙҙең ныҡлығына инанғас, гөрләтеп туй үткәрҙек. Ике улыма ғүмер биреп, әсә булыу бәхетен дә татыным.

- Әлеге көндә ҡайҙа эшләйһегеҙ?

- Мин мәғариф бүлегендә методист. Ҡасандыр үҙемде районда башҡорт телендә сыҡҡан “Умырзая” гәзитенең хәбәрсеһе булараҡ та һынап ҡараным.

- Конкурсҡа килгәндә, был сәмле ярышта ҡатнашырға һеҙгә кем тәҡдим итте?

- Бындай тәҡдим миңә район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренән булды. Иң беренсе, әлбиттә, ҡурҡыу тойғоһо кисерҙем. Районда үткән конкурстарҙа үҙемде һынағаным бар ине, ә бына республика кимәлендәге бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнашыуым.

- Конкурста нисә килен ҡатнашты?

- “Йәш килен” конкурсында Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Ишембай райондарынан, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Дүртөйлө ҡалаларынан 12 конкурсант ҡатнашты. Әйтеп үтергә кәрәк, бөтәһе лә төплө әҙерләнгән, барыһы ла еңеүгә лайыҡлы ине. Беҙ ике көн дауамында бер-беребеҙ менән дуҫлашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып торҙоҡ.

- Конкурс тураһында һөйләп китһәгеҙсе.- Конкурс талабына ярашлы, 35 йәшкә тиклемге йәш килендәр ҡатнашты. Беренсе көндө конкурсанттар жюри ағзаларына «Килен сәйе» тәҡдим итте. Бында беҙ башҡорт халҡының милли ризыҡтарын яҡланыҡ. Бешереү процессы, файҙаһы тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш ине йәш килендәр.

- Конкурстың икенсе көнөндә ниндәй саралар үтте?

- Икенсе көн конкурстың тағы ике этабы һабантуй майҙанында үтте. «Мин һәм минең ғаиләм» тип аталған визиткала конкурсанттар үҙҙәре һәм ғаиләләре менән таныштырҙы. Беҙ ун икенсе булып сығыш яһаныҡ, минең менән бергә сәхнәгә тормош иптәшем Илдар, балаларым Айнур һәм Искәндәр ҙә сыҡты. Конкурстың өсөнсө этабында нимәгә маһирлығыбыҙҙы күрһәттек. Берәүҙәр бейене, икенселәр йырланы, ә мин Ф. Ғабдуллинаның «Көтәм, ҡыҙым» шиғырын һөйләнем.

- Лилиә, конкурстан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?

- Һәр конкурс нимәгәлер өйрәтә, унан ниндәйҙер фәһем алаһың. Бәйгеләрҙә ҡатнашырға ҡурҡырға ярамай, шуны аңланым. Йыр-моңға оҫта, һүҙгә маһир, эшкә уңған сая килендәр менән танышыуыма бик шатмын. Был конкурста миңә ҙур ярҙам күрһәткән район Мәҙәниәт һарайы, Оло Шаҙы, Янағош, Бабай, Ҡарас ауылы мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә, ғаиләмә, туғандарыма, дуҫтарыма сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм.

- Республика конкурсында Мишкә районын лайыҡлы яҡлап сыҡҡаның өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә ҙур уңыштар юлдаш булһын.


Фирҙәүес Ҡадикова әңгәмәләште.
Читайте нас: