Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Июль 2018, 13:15

Асҡын ҡыҙы Гөлмирә Рәжәпованы ҡотлайбыҙ!

29-30 июнь Балтас районында Республика "Шәжәрә байрамы” үтте. Уның сиктәрендә ойошторолған "Йәш килен" бәйгеһендә матур сығыш яһап, районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтеп, ”Уңған килен” номинацияһында махсус приз алып ҡайтҡан Гөлмирә Рәжәпова менән ғорурланабыҙ һәм уны ихлас ҡотлайбыҙ!

Гөлмирә үҙ сиратында еңеүендә ҙур өлөш индергән өсөн әсәһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙына, бер туған һеңлеләре Гөлминаз менән Назгөл, Гүзәл Ғатаулла ҡыҙына, Винария Мөкәрәм ҡыҙына, шулай уҡ төрлө ярҙам күрһәткән дуҫтарына, яҡындарына рәхмәтле.

Башҡорт милли йолаларын һаҡлағаны һәм үҫтергәне, шундай оло сарала районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәткәне өсөн Гөлмирәгә рәхмәт әйтеп, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: