Бала өсөн ғаилә — ул үҫеш, тирә-яҡты танып белеү, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын аңлау, үҙләштереү сығанағы.
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында үткәрелгән район семинары сиктәрендә 2-се өлкән төркөм ата-әсәләре менән “Ғаилә ҡиммәттәре һәм ғаилә традициялары” темаһына кис ултырыу ойошторолдо. Сараны үткәрер алдынан ата-әсәләргә эштәр бирелде: балаларына ғаиләһе, уның ағзалары, иҫән һәм мәрхүм олатай-өләсәйҙәре, ҡартөләсәй-ҡартолатайҙары, быуындан-быуынға тапшырылып килгән традициялар, ҡағиҙәләр тураһында һөйләргә тейеш. Ҡатнашырға теләгәндәр араһынан биш ғаилә — Ибраһимовтар, Хәсәновтар, Хужиндар, Тимерйәновтар, Хәмзиндар һайлап алынды.
Кис ултырыу ғаилә ҡиммәттәре һәм традициялары тураһында фекер алышыуҙан башланды. Һәр ғаилә үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше менән айырыла. Үҙҙәре ҡулдан эшләгән ҡояштың биш нурына улар ғаилә традицияларын яҙҙы. Төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы традициялар барлыҡҡа килде: “Ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү”, “Ғаилә альбомы”, “Боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау”, “Төнгөлөккә әкиәт һөйләү”, “Минең шәжәрәм”, “Ғаилә байрамдары”, “Балаларҙы ғаилә ағзалары хөрмәтенә атау”, “Ялды һәм буш ваҡытты бергә үткәреү” һәм башҡалар. Һәр сығыш балаларҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Элек һәр ғаиләнең үҙенең гербы булған. Унда символдар менән ғаилә тарихының мөһим ваҡиғалары, традициялар һәм ҡиммәттәр төшөрөлгән. Ата-әсәләргә үҙҙәренең ғаиләһен герб урынына төҫлө ҡом, төймәләр, ҡабырсаҡтар ярҙамында галактиканың планеталары итеп күрһәтергә тәҡдим ителгәйне. Биш ғаилә лә был биремгә бик яуаплы ҡараған. Һәр планетала йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өләшеп ҡояш балҡый, мөхәббәт символы йөрәк, тоғролоҡто сағылдырған ике аҡҡош, сәскә тотҡан ҡатын-ҡыҙ усы төшөрөлгән.
Фәһемле кис ултырыуҙан һуң балалар һәм ата-әсәләр ғаилә традицияларының, үҙ-ара ныҡлы мөнәсәбәттәрҙең мөһимлеген аңлағандыр, бәләкәстәр үҙ ғаиләләре өсөн ғорурлыҡ хистәре кисергәндер һәм уларҙың яҡындары, туғандары тураһында хәстәрлек күргеләре килгәндер, тип ышанғы килә.