Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
25 Май 2018, 17:39

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ һәм Айрат Закировтар ғаилә бәхетен бер маҡсатлы булыуҙа күрә

Ғаиләлә мөхәббәт, ихтирам булһа ғына ул ысын мәғәнәһендә бәхетле, бер бөтөн була ала. Ир менән ҡатындың йылы мөнәсәбәте балаларға ла ыңғай йоғонто яһай, улай ғына ла түгел, башҡаларға ла бәхет өләшә, тирә-яҡ тормошто биҙәй. Шундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе — Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ һәм Айрат Закировтар.

Айрат менән Гөлназ студент саҡтарында таныша. Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультеты студенты Айрат ошо уҡ уҡыу йортоноң башланғыс кластар факультетында уҡыған Гөлназға бер күреүҙән ғашиҡ була. Егеттең иғтибарлы, ихтирамлы булыуы ҡыҙға ла оҡшай.

Гөлназ Илеш районы Тәжәй ауылында биш балалы ғаиләлә үҫә. Атай менән әсәй иң яратҡан кинйә ҡыҙҙарын ҡала егетенә кейәүгә бирергә шикләнеп ҡуя. Тик һоратырға килгән буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағый менән танышҡас, күңелдәре ирей. Ҡала егетенең дә улар уйлағанса түгел, ә тәрбиәле булыуын күрәләр. Күп тә үтмәй, Айрат Әсҡәт ағай менән Рәдилә апайҙың иң яратҡан кейәүҙәренең береһе булып китә.

Гөрләтеп туй үткәргәндән һуң Бөрөлә төпләнә йәштәр. Вадим ағай менән Зөлфирә апай ҙур күркәм йорттарында йәш киленде ихлас ҡаршы ала. Айратҡа бәләкәйҙән атай урынына ҡалған Вадим ағай егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән алтын һүҙҙәрҙе яҡшы белә. Оҫта ҡуллы шәхси эшҡыуар үҙе белгән барлыҡ һөнәрҙе өйрәтеп ҡалдырырға ашыҡҡандай... Ҡала уртаһындағы өс ҡатлы өйҙө лә ул үҙенең оҫта ҡулы, хәләл көсө, тырышлығы, ҡатынының һәм балаларының ярҙамы менән һалған. Шулай итеп, атай һабаҡтарын тейешле кимәлдә үҙләштергән Айрат электрон техниканы көйләү, балта тотоу, машина йөрөтөү, ер эше менән булыу, баҡса үҫтереү кеүек эштәрҙең һәр береһенә бәләкәйҙән өйрәнеп үҫә. Ике ҡустыһы менән ике һеңлеһе лә эшлекле ғаиләлә уңған, аҡыллы булып буй еткерә, үҙ донъяларын ҡора.

Закировтар ғаиләһе атай-әсәйҙәрен ҡыуандырып йәшәп китеүгә, бер-бер артлы ике яҡтан да иң ҡәҙерле кешеләрен юғалта. 45 йәштә генә Вадим ағайҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Бәләкәйҙән эштең дә, бурыстың да яуаплырағын йөкләп өйрәнгән Айратҡа бәләкәй туғандарына кәрәк саҡта атай ролен дә башҡарырға тура килә. Илештә яңғыҙ ҡалған әсәйҙәре Рәдилә апайға ла бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эштәрендә ярҙам итергә өлгөрәләр.

Ғаилә башлығы Айрат Рәфит улы БДУ-ның Бөрө филиалы инженер-технология факультетында асылған автомобилдәр мәктәбендә инструктор булып эшләй. Бер тапҡыр ҙа рулде тотоп ҡарамаған курсанттарға автомобиль менән идара итеү серҙәренә төшөндөрә. Хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары уны тыныс холҡо, намыҫлы эше өсөн хөрмәт итә. Белемдең бер ваҡытта ла артыҡ түгеллеген яҡшы аңлаған ғаилә башлығы әле квалификация эшен яҡларға әҙерләнә. Ул инженер-эколог һөнәре буйынса дипломлы белгес буласаҡ.

Гөлназ Әсхәт ҡыҙы ла тик ултырғандарҙан түгел.Студент сағында ла алдынғылар рәтендә була. Ул хеҙмәт юлын Илеш районы Ишҡар ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. Бөрөгә килгәс, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау бүлегендә ике йыл эшләп өлгөрә. Ун йылдан ашыу Гөлназ Әсҡәт ҡыҙы ҡала мәғариф идаралығында кадрҙар эше буйынса методист. Мөләйем ҡатын тәмле итеп аш-һыу әҙерләүҙән тыш, балалары менән бассейнға йөрөргә, әхирәттәре менән тренажер залында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.

Закировтарҙың ҡыҙҙары Элина VI класта уҡый.Тырыш ҡыҙ “Маски” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, гитарала уйнай, вокал серҙәрен төшөнә. Өфөләге “Ералаш” студияһында төшөрөлгән видеороликта ул үҙен ысын артист итеп таныта. Уҡыу алдынғыһы район һәм ҡала кимәлендә үткән олимпиадаларҙа ла еңеү яулай, инглиз теле буйынса махсус мәктәпкә йөрөй.

II класта уҡыған Эмир ҙа тик “биш”кә уҡый. Апаһы кеүек бейей ҙә, йырлай ҙа, гитарала уйнай. “Умникум” үҙәгендә робототехника серҙәренә төшөнә, атаһынан килгән физика һәм математика һәләтен үҫтерә. Туризм түңәрәгенә йөрөп, физик сынығыу ала. “Бөгөнгө заман шарттарында белем алыусы уҡыусыға мәктәп программаһы буйынса ла байтаҡ эш йөкмәтелә. Уҡыуҙан тыш шул тиклем сараларҙа ҡатнашырға нисек ваҡыт һәм көс табаһығыҙ?” – тигән һорауыма Гөлназ Әсҡәт ҡыҙы: “Балалар ваҡыттарын дөрөҫ бүлеп өйрәнгән. Шуға күрә үҙ аллы белем алырға ла, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрәләр. Бәләкәй малайыбыҙ оялсан, баҙнатһыҙ ине. Хәҙер ул көндән-көн ҡыйыулана. Рәсәй кимәлендә үткән “Кубок Гагарина”ла ҡатнашып, математика буйынса призер булды. Бындай еңеүҙәр уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡанатландырып ебәрә”, – ти әсәләрсә ғорурлыҡ менән.

Закировтар ғаиләһе каникул ваҡыттарын күңелле, балаларҙың хәтерендә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Башҡортостан тәбиғәтенә сәйәхәткә, Төркиә, Ҡара диңгеҙ ярҙарына ял итергә барырға ла өлгөрәләр. Матди байлыҡтан рухи байлыҡты өҫтөн күреп йәшәй улар.

Ғаилә бәхетегеҙҙең сере нимәлә, тип һорайым Гөлназдан. “Ғаиләлә ир менән ҡатындың бер маҡсатлы булып йәшәүе мөһим. Шунда ғына ғаилә ысын мәғәнәһендә бәхетле була”, – ти аҡыллы ханым.


Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: