Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Апрель 2018, 17:56

Асҡын районы Солтанбәк мәктәбе уҡыусыһы Эмилия Зәйнуллина Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты

Эмилия уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова етәкселегендә Солтанбәк ауылындағы сероводородлы шишмә буйынса тикшеренеү эше яҙа һәм Өфөлә В. И. Вернадский исемендәге III төбәк үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнаша. Бында ҡыҙҙың хеҙмәте эксперттар тарафынан юғары баһаланып, бәйгенең Бөтә Рәсәй турында ҡатнашырға лайыҡлы, тип табыла.

Эмилия уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова етәкселегендә Солтанбәк ауылындағы сероводородлы шишмә буйынса тикшеренеү эше яҙа һәм Өфөлә В. И. Вернадский исемендәге III төбәк үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнаша. Бында ҡыҙҙың хеҙмәте эксперттар тарафынан юғары баһаланып, бәйгенең Бөтә Рәсәй турында ҡатнашырға лайыҡлы, тип табыла.
Тәбиғи һәм гуманитар фәндәрҙең төрлө өлкәләрендә тикшеренеү эштәрен тормошҡа ашырған һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатынан сығып ойошторолған бәйге тәүҙә ситтән тороп үткәрелә. Унда бөтә республиканан 500-ҙән ашыу эш ебәрелә. Икенсе турҙа шуларҙың 80-ен һайлап алып, уҡыусыларҙы Өфөгә саҡыралар.
Бәйгеселәрҙең эштәре стенд формаһында булып, положениеға ярашлы, нимә өйрәнгәнде, маҡсатты, тикшеренеү юлдарын, һөҙөмтәне сағылдырырға тейеш була. Эмилия Еҫле шишмәнең һыуын алып, етәксеһе ярҙамында лаборатор тәжрибә лә үткәрә. Райондашыбыҙҙың фәнни-ғәмәли эше юғары баһалана һәм ул башҡа һигеҙ бала менән Мәскәүгә барып, республикабыҙ данын яҡлау хоҡуғы ала.
Мәскәүҙә Ҡаҙағстан, Чехословакия, Словакия, Украина, Белоруссиянан да балалар ҡатнашып, баһалама ағзалары барлығы 1500 эште ҡарай. Эксперттарҙың һорауҙарына Эмилия матур итеп тулы яуап бирә. Һөҙөмтәлә ул V-VII кластар араһында ойошторолған "Вернадский һуҡмағы буйлап" бәйгеһендә "Ер тураһында фән" секцияһында I дәрәжә Дипломға лайыҡ була. Бынан тыш, ул үҙешмәкәр сәнғәт бәйгеһендә лә ҡатнаша. Башҡортостан тураһында презентация күрһәтә, ҡумыҙҙа ла уйнай, "Урал батыр" эпосынан өҙөктө башҡортса һөйләп ишеттерә.
Башҡортостандан килгән башҡа балаларҙың да сығыштары матур һәм үҙенсәлекле була. Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың улы Азамат ҡумыҙҙа төрлө ҡош тауыштары сығара, ә бейеү көйөн уйнай башлағас, бөтәһе лә тыпырҙап бейергә төшә. Жюри ағзалары һуңынан иң матур концерт номерҙарын Саха (Яҡут), Хакас һәм Башҡортостан республикалары вәкилдәре алып килгән, тип билдәләй. Һәләтле ҡыҙ был бәйгелә лә I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Эмилия "Эрудит" тигән конкурста ла үҙен һынап, грамота ала.
Бәйгеселәр өсөн илебеҙҙең баш ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторола. Әсәһе Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы һәм етәксеһе менән бергә Ҡыҙыл майҙанда, тарихи музейҙа, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә арналған Александр баҡсаһында һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа була.
"Миңә Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә ныҡ оҡшаны. Башҡаларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, эштәрен күреп, илһамланып ҡайттым. Тиҫтерҙәрем йолаларҙы ла, музыка ҡоралдарын да, үләндәрҙе лә өйрәнгән. Улар ниндәйҙер яңы приборҙар уйлап табыуҙа ла аҙымдар яһай. Эксперттар һәр эшкә ҙур иғтибар бирҙе", — тип тәьҫораттары менән бүлеште һәләтле ҡыҙ.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: