Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Апрель 2018, 14:18

Мишкәнән Азалия Ғәлимова яңынан-яңы еңеүҙәр яулай

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Һәләтле ҡыҙ — Мишкә 1-се лицейы уҡыусыһы Азалия Ғәлимованың ижад көмбәҙенә күтәрелеүен күҙәтәм дә, был мәҡәлдең дөрөҫ әйтелеүенә тағы бер инанам.

Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Һәләтле ҡыҙ — Мишкә 1-се лицейы уҡыусыһы Азалия Ғәлимованың ижад көмбәҙенә күтәрелеүен күҙәтәм дә, был мәҡәлдең дөрөҫ әйтелеүенә тағы бер инанам.
Рим һәм Альмира Ғәлимовтарҙың ижади ғаиләһендә тыуған һөйкөмлө ҡыҙ мәктәпкә уҡырға ингәнсе үк район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ныҡлы баҫып тора ине. Хәстәрлекле әсәһенең һәм республикала ғына түгел унан ситтә лә ағасты һырлап киҫеү буйынса билдәле булған атаһының ярҙамы ҡыҙға үҙен ышаныслы тоторға, һәләтен күрһәтергә булышлыҡ итте. Ә Ғәлимовтар үҙҙәре ҡыҙҙарының һәләтен асҡан Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Арыҫлановаға рәхмәтле.
Ә барыһы ла бала саҡтан, Азалияның тәүге аҙымдарын атлап киткәс тә үҙ аллы йырлауы һәм бейеүенән башлана. Тәүҙә ата-әсә быға былай ғына һөйөнһә, һуңыраҡ ҡыҙҙарының һәләте барлығын һәм уны үҫтерергә кәрәклеген аңлай.
Әле Азалияға 12 йәш. Ул уҡыу алдынғыһы. 2015 йылда “Таланттар иле” Бөтә Рәсәй конкурсында математика буйынса I урын яуланы. Лицейҙың йәмәғәт һәм райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле була. Уның копилкаһында үҙенсәлекле эштәр ҙә байтаҡ. “Ҡышҡы фантазия” район конкурсында бер нисә тапҡыр еңеү яуланы.
Азалия үҙенең моңло тауышы, тырышлығы, маҡсатсанлығы арҡаһында район конкурстарында уңыш яулай башлап, төбәк һәм республика бәйгеләрендә бер-бер артлы еңеү яуланы һәм призер булды.
Ул ике йыл “Яҙғы тамсы” республика конкурсында бер нисә тапҡыр уңыш ҡаҙанған “Кварта” мәктәп вокаль ансамбле составында йырланы. БСТ телеканалының “Сулпылар” республика телевизион проектында ла ҡатнашып, һайлап алыу һәм беренсе турҙы уңышлы үтте. Һуңынан “Туган тел” телевизион каналында “Йолдызлы балачак” проектында ҡатнашты. Гала-концертта Азалия билдәле йырсы Рания Билалова менән бергә йырланы. Һәләтле ҡыҙҙы “Юлдаш” радиоһы каналында “Талбишек” тапшырыуына саҡырҙылар. 2015 йылдың майында ул “Нур” театры сәхнәһендә — “Кызыл таң” гәзитенең музыкаль проектында Мишкә районы делегацияһы составында сығыш яһаны.
Һәр бәйгенән Азалия диплом йәки Почет грамотаһы алып ҡайта. Ҡалын портфолиоһын ҡарағанда уның төрлө яҡлап һәләтле булыуына таң ҡалаһың. “Мәғариф. Фән. Карьера — 2014” халыҡ-ара мәғариф форумы сиктәрендә “Һәләтле йәштәрҙе һәм уҡыусыларҙы фәнни-методик оҙатыу” конференцияһында, “Башҡортостанда фән һәм мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләре” фән конференцияһы сиктәрендә халыҡ-ара лингвофестивалдә (2014 йыл), Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Еңеү салюты” үҙешсән сәнғәт төбәк смотрында (2015 йыл), Бөрөлә “Апрель тамсылары — 2016” йыр һәм бейеү 22-се балалар фестивалендә, 2016-2017 йылдарҙа Өфөлә йәш музыканттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу этабында, “Алтын әтәс” Бөтә Рәсәй асыҡ балалар эстрада телевизион конкурсында (Өфө, 2017 йыл) ҡатнашты. Үткән йыл Борайҙа “Йәйғор” балалар-үҫмерҙәр ижады республика конкурсында “Ләйсән” ансамбле составында — дипломант, Еңеүҙең 70 йыллығына арналған район видеороликтар конкурсында — “Һәйкәлдәр һәм тарихи объекттар тураһында презентация” (I-IV кластар) һәм “Онлайн олимпиада” дистанцион мәғариф порталындағы Бөтә Рәсәй портфолио конкурсында “Минең уңыштарым” номинацияларында еңеүсе булды.
Азалия Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Мишкә районының мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республика Халыҡ ижады үҙәгенең Почет грамоталарын үҙенең иң ҙур наградалары тип иҫәпләй.
Күптән түгел тырыш ҡыҙ ата-әсәһен йәнә яңы еңеүе менән һөйөндөрҙө. Ғаилә йылына һәм Салауат ҡалаһының 70 йыллығына арналған “Салауат мираҫы” төбәк конкурс-фестивалендә “Башҡортостан — гөлдәр иле” йырын башҡарып, 3-сө дәрәжә лауреат Дипломы менән бүләкләнде.
Жюри рәйесе — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының йәмәғәт советы, музыкаль йәмғиәт президиумы рәйесе, композитор Нур Дауытов һүҙҙәренсә, башҡарыусыларҙың һөнәри кимәле йылдан-йыл күтәрелә, улар яуаплылыҡ тоя, үҙе өҫтөндә эшләй һәм оҫталығын күрһәтергә тырыша. Унда балалар ҡатнашлығындағы барлыҡ номерҙар ҙа һоҡланғыс. Мишкә ҡыҙының да ошондай абруйлы конкурс-фестивалдә сығыш яһауы бик ҡыуаныслы. Һис шикһеҙ, Азалия Ғәлимованың матурлыҡты күрә белеүе, маҡсатҡа ирешкәндә ныҡышмалылыҡ күрһәтеүе, маҡсатсанлығы, ярҙамсыл һәм асыҡ йөҙлө булыуы ижад юлында байтаҡ еңеүҙәр яуларға ярҙам итер.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Читайте нас: