Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
4 Апрель 2018, 11:23

Тәүге бала өсөн бирелә торған түләү алыусылар исемлеге киңәйергә мөмкин

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республика хөкүмәте ҡарары проектын әҙерләгән. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләлә беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә ҡағыла. Әле был проект килешеү процедураһын үтә.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республика хөкүмәте ҡарары проектын әҙерләгән. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләлә беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә ҡағыла. Әле был проект килешеү процедураһын үтә.
«Проекттың маҡсаты — беренсе бала өсөн бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыусылар исемлеген киңәйтеү һәм ғаиләгә уҙған йылдың 18 апрелендә республика хөкүмәте ҡарары менән раҫланған беренсе бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү тәртибе шарттарына тура килмәгән граждандарҙан күп һанлы мөрәжәғәттәрҙе кәметеү», — тип билдәләне комитеттың матбуғат секретары Елена Вершинина.
Ошо документты ҡабул итеү аҡса алыусылар исемлегенә киңәйтергә тейеш. Атап әйткәндә, тәүге баланың Башҡортостандан ситтә тыуыуы мөмкин. Яңы проект физик берәмектәр араһында эштәр башҡарыу (хеҙмәттәр күрһәтеү) тураһында гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр төҙөргә рөхсәт итә. Таныҡлыҡ туғыҙ айға тиклем ғәмәлдә була.
Бынан тыш, беренсе балалары 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып 2017 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа тыуған ғаиләләр өсөн ғариза һәм документтар тапшырыу ваҡыты алты айға арттырыла.
Уҙған йылдың мартында республика башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны.
Билдәләнгән тәртипкә ярашлы, аҡса икеһенең дә йәше 35-тән артмаған һәм торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә торған ғаиләләргә бирелә. Бындай ғаиләлә тәүге бала 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуырға тейеш.
Һуңынан ҡануни үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тулы булмаған ғаиләләр ҙә 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алырға хоҡуҡлы.
2017 йылдың майында Башҡортостандың Дәүләт комитеты граждандарҙан документтар ҡабул итә башланы. Ошондай түләү алыуға документтарҙы күп функциялы үҙәк офистарында ла тапшырырға мөмкин.
Ағымдағы йылда тәүге бала өсөн 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү өсөн 325 миллион һум ҡаралған.
Өс йыл дауамында ике меңдән ашыу кеше ошо программа буйынса сертификаттар алыр тип көтөлә.
Әлеге мәлдә 3 594 ғариза ҡабул ителгән, 1 750 таныҡлыҡ тапшырылған.
Социаль түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.